“Заман алға барған һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә улар араһында тәрбиәсе барыбер иң юғары баҫҡыста ҡала”, - ти Ишембай ҡалаһындағы 34-се “Ҡояшлы” балалар баҡсаһынан Рита Әхтәмова.
Бөрйән районында тыуып үҫкән замандашыбыҙҙың күңеленә әлеге һөнәренә һөйөү бәләкәй генә сағынан һалына.
“Иң ҡәҙерле кешеләрем – әсәйем менән атайым – үҙ өлгөһөндә беҙҙе изгелекле, кешелекле, телһөйәр, илһөйәр итеп үҫтерҙе. Шуғалыр ҙа апайҙарым да уҡытыусы, тәрбиәсе һөнәрен һайлаған. Бәләкәй саҡта уларҙың уҡыусыларҙың дәфтәрен тикшергәнен күҙәтеп торам да үҙемде лә педагог итеп хис итә, хыяллана торғайным. Урамда шау-гөр килеп “балалар баҡсаһы” уйнай инек, мин һәр саҡ –“тәрбиәсе”. Үҙем йырларға, бейергә яраттым. Мәктәпкә барғас, ошо йүнәлештәге түңәрәктәргә ихлас йөрөнөм. Артабан йыр, бейеү, фольклор буйынса район, республика кимәлендәге конкурстарҙа сығыш яһай башланым. Быларҙың барыһы ла миңә әле тәрбиәселек эшендә ныҡ ярҙам итә”, – ти Рита Салауат ҡыҙы.
Ул үҙе һәм тәрбиәләнеүселәре “Глобус” халыҡ-ара, “Беҙ – гагаринсылар!” республика олимпиадаларында, муниципаль кимәлдәге “Тамырым” шиғриәт фестивалендә, төрлө ижади конкурстарҙа даими ҡатнаша һәм еңеүҙәргә өлгәшә.
“Тәрбиәсе ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе, – ти Рита Салауат ҡыҙы. – Был эштең ни тиклем ҡатмарлы, яуаплы икәнен, ниндәй ҡорос түҙемлек талап ителгәнен ошо тармаҡтағылар үҙҙәре генә беләлер. Рух ныҡлығы, фиҙакәрлек, сабырлыҡ, эске һәм тышҡы зауыҡ, юғары мәҙәнилек, хеҙмәтеңә мөкиббән бирелгәнлек, балаларҙы бөтә күңелең менән яратыу – тәрбиәсенең асылы, булмышы. “Сабый күңеле – аҡ ҡағыҙ: нимә яҙһаң – шул буласаҡ”, “Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә” – көндәлек эшемдә халҡыбыҙҙың ошо әйтемдәренә таянып, йәш быуынды донъяның ҡояшлы яғында йәшәргә ынтылдырып үҫтерәм".
"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ!
Фотолар һәм видеояҙма Рита Әхтәмованың шәхси архивынан алынды.