

Яҙмышы райондыҡы менән айырылғыһыҙ бәйле булған, бик күп яҡташыбыҙҙы оло донъяға сығарған тәрбиә усағында эшләүем үҙе үк ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ти Ҡырмыҫҡалыла 1945 йылда асылған бай тарихлы 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвера Рафиҡова.
Ул 1985 йылда урта мәктәпте тамамлағас, тиҙләтелгән программа буйынса тәрбиәсе һөнәрен алып, киләһе йылда балалар баҡсаһында эшләй башлай. “Ҡырмыҫҡалының билдәле ойошмаһындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мөдире Валентина Меркулова ҡуш ҡуллап ҡабул итте. Ул ваҡытта тәрбиәселәр етешмәй ине шул. Етәкселек яҡшы хеҙмәт шарттары ла тыуҙырҙы, белгестәрҙең белемен камиллаштырыу маҡсатында ла ҙур эш алып барҙы. Һөҙөмтәлә беҙ ҙә, Резеда исемле әхирәтем менән, педагогия училищеһына уҡырға инеп, ситтән тороп белем алып, өс йылдан дипломлы булдыҡ”, – ти Эльвера Әсхәт ҡыҙы.
Төрлө юлдар үтеп, үҙгәрештәр кисергән ошо мәғариф учреждениеһында хәҙер инде 37 йыл эшләй ул. Балалар баҡсаһының әлеге мөдире – Нәзирә Диарова. Ул бында 14 йыл етәкселек итә. “Балаларҙы, эшен мөкиббән яратҡан, талапсан, ғәҙел Нәзирә Тәлғәт ҡыҙы мәғариф учреждениеһына заманса һулыш бирҙе, кескәйҙәр өсөн яңы шарттар тыуҙырыуға бөтә көсөн һала, – ти Эльвера Рафиҡова. – Атай-әсәйҙәр ҙә тәрбиә усағына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеп тора. Берҙәм булһаң, эш гөрләп бара – балалар баҡсаһында ла шулай”.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө наградаларға лайыҡ булған тәжрибәле тәрбиәсе ғаиләһендә лә бәхетле. Улы менән ҡыҙынан терәк-таяныс табып, ейәне һәм ейәнсәренең шатлыҡтарына һөйөнөп, ҡәнәғәтлек кисереп ғүмер итә. Балалы ерҙә – бәхет түрҙә, ти Эльвера Әсхәт ҡыҙы.
"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ!
Фотолар Э. Рафиҡованың шәхси архивынан алынды.