

Ауылдаштарын әүҙем тормошҡа әйҙәп алдан йөрөгән, төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн күңел, аҡыл, ҡул көсөн йәлләмәгән замандаштарыбыҙ гелән һоҡланыу уята. Асҡын районының Ҡашҡа ауылынан Флида Ғәлләмова - тап шундайҙарҙан.
Урындағы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле. Мәҫәлән, тыуған төйәгенең "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсында ҡатнашып, уңыш ҡаҙаныуында уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Флида Нәфҡәт ҡыҙы Асҡындың Билгеш ауылынан. Ғаиләлә берҙән-бер бала булғанғамы, бәләкәйҙән күмәк туғанлыларға һоҡланып, тәрбиәсе булырға хыялланып үҫә. Үҙҙәрендәге мәктәптән һуң Ҡашҡала белем алғас, Дыуан районындағы Мәсәғүт педагогия училищеһында тәрбиәсе һөнәренә уҡый.
Уҙған быуат аҙағынан Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында эшләй. Тәүге көндәрҙән үк үҙен һәләтле, яуаплы хеҙмәткәр итеп таныта, атай-әсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, уларҙың ихтирамын яулай. Эш тәжрибәһе менән һәр саҡ теләп уртаҡлаша. Ғөмүмән, ысын кешелек сифаттарына эйә һоҡланғыс тәрбиәсе. Ул үткәргән һәр сара гелән сағыу байрамға әйләнә.
"Балалар күңелендә иң беренсе китапҡа һөйөү уятырға тырышам. Уҡыған кеше ышаныслы, уға таянырға була. Ғилемле әҙәм балаһы яңылыш юлдан китмәҫ, тиелә динебеҙҙә лә", - ти егерме йылдан ашыулыҡ эш тәжрибәһе булған, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән мәртәбәле исем алған, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән алдынғы педагог.
Флида Нәфҡәт ҡыҙы ире Илшат Хисаметдин улы менән 27 йыл татыу ғүмер итә. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары ата-әсәһе кеүек эшһөйәр, рухлы, белемгә ынтылыусан. “Ғаиләм – иң ҡиммәтле хазинам, – ти Флидә Нәфҡәт ҡыҙы. – Балалар баҡсаһы ла һәр тәрбиәсе өсөн ҙур ғаилә кеүек".
"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ!
Фотолар Ф. Ғәлләмованың шәхси архивынан алынды.