Белем һәм тәрбиә
22 Сентябрь 2023, 09:30

Буласаҡ һөнәрмәндәр лайыҡлы баһа алды

Шишмә районындағы “Патриот” паркында “ГеоВызов” I  халыҡ-ара геологик чемпионатты ябыу тантанаһы уҙғарылды, еңеүсе командаларға наградалар тапшырылды.

Буласаҡ һөнәрмәндәр лайыҡлы баһа алдыБуласаҡ һөнәрмәндәр лайыҡлы баһа алды
Буласаҡ һөнәрмәндәр лайыҡлы баһа алды

Шишмә районындағы “Патриот” паркында “ГеоВызов” I  халыҡ-ара геологик чемпионатты ябыу тантанаһы уҙғарылды, еңеүсе командаларға наградалар тапшырылды.

“Тәүге халыҡ-ара геологик чемпионаттың Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел, бында яҡшы танылған геологик мәктәп бар, республика тәбиғи ресурстарға бай, һеҙ быны республика райондары буйлап экскурсияларҙа үҙегеҙ күрҙегеҙ”, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тантанаға йыйылғандарҙы тәбрикләү һүҙендә. Ул төбәктәге тау сәнәғәте эшмәкәрлегенең Рәсәй өсөн хәл иткес булыуын билдәләне һәм миҫалға 1755 йылда  башҡорт  Исмәғил Тасимовтың Санкт-Петербургта таусылар әҙерләү буйынса илдәге беренсе юғары уҡыу йорто асыуын килтерҙе.

Тантанала чемпионат ярыштары номинациялары буйынса бүләкләү булды, ә төп наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов тапшырҙы.

“Һеҙ биш көн буйы ҙур тырышлыҡ һалып ярыштарҙа ҡатнаштығыҙ, һәр команда үҙ ағзаларының һөҙөмтәһе өсөн янып-көйҙө”, – тине ул. – “Барыһы ла еңеүсе тип танылырға лайыҡлы тип уйлайым, ләкин ҡағиҙәләр шулай ҙа урындар буйынса бүлгеләүҙе талап итә. “Роснедра” агентлығына был бәйгене үткәреүҙәге ҙур ярҙамы өсөн рәхмәт!”

Төп приздар ошолай бүлгеләнде: өсөнсө урын – Көньяҡ Урал дәүләт университетына, икенсеһе – Урал дәүләт геология университетына, беренсе урындарҙы Ҡазан федераль университеты менән Өфө фән һәм технология университеты командалары бүлеште.

Гран-при яулаусы – Санкт-Петербург тау университеты.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас