

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының ДНК (тере организмдарҙың үҫешен генетик программалауҙы быуындан-быуынға тапшырыусы һәм һаҡлаусы макромолекула) һәм РНК (рибонуклеин кислотаһы) бүлеү зонаһы барлыҡҡа киләсәк.
Ул төрлө биологик материалдарҙан ДНК һәм РНК нуклеин кислоталарын бүлеү өсөн тейешле ҡорамалдары булған дөйөм лаборатория биналарынан торасаҡ. Алынған өлгөләр биобанкты формалаштырыу һәм популяция һәм медицина генетикаһы, нейрокогнитив геномика, геном һәм геномдан һуңғы тикшеренеүҙәр лабораторияларының фәнни бурыстарын үтәү өсөн кәрәк. Бынан тыш, махсус зонала ДНК һәм РНК тикшеренеүҙәре заманса технологиялар ярҙамында кешенең нәҫел һәм күп факторлы патологияһына геном һәм геномдан һуңғы тикшеренеүҙәр үткәрергә булышасаҡ. Өфө фән һәм технологиялар университетының махсус зонаһы IQ паркының өсөнсө ҡатында урынлашасаҡ.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.