

“Тәрбиәсе өсөн юғары белем генә аҙ. Уның бала йәнле, үҙенең дә әсәй булыуы мөһим. Шул саҡта ғына эшеңде юғары кимәлдә башҡара алаһыңдыр”, – ти Күгәрсендең Мораҡ ауылындағы “Уралҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әминә Айытҡолова.
Ул – ошо райондың Бикбулат ауылы ҡыҙы. Урындағы мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялына ярашлы, ул ваҡыттағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына инеп, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре нескәлектәрен үҙләштерә. Мораҡтағы милли рух үҙәктәренең береһе булған “Уралҡай”ҙа 2013 йылдан алып эшләй. Ошо хеҙмәт осоронда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәрбиәсе һөнәренә лә уҡый.
Әминә Һаҙый ҡыҙы балаларҙың “икенсе әсәһе” бурысын ышаныслы атҡара. Сабыйҙарға иғтибарлы, ата-әсәләргә ихтирамлы булғаны өсөн хеҙмәткәрҙәре араһында ла абруй ҡаҙанған. Күгәрсендең киләсәген үҙ ҡулдарына аласаҡ йәш быуынды рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүгә бөтөн күңел көсөн һала ул. Уңған тәрбиәсе – дүрт бала әсәһе лә.
"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фотолар Әминә Айытҡолованың шәхси архивынан алынды.