Белем һәм тәрбиә
27 Сентябрь 2023, 07:30

Конкурста Рәсәй төбәктәренән ҡатнашалар

Бәйгелә илебеҙҙең 78 төбәгенән 633 уҡытыусылар династияһы ҡатнашырға теләк белдергән.

Конкурста Рәсәй төбәктәренән ҡатнашаларКонкурста Рәсәй төбәктәренән ҡатнашалар
Конкурста Рәсәй төбәктәренән ҡатнашалар

8-10 октябрҙә Өфө ҡалаһында "Иң яҡшы педагогик династия" Бөтә Рәсәй конкурсы ойошторола. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала. Бәйгенең маҡсаты – уҡытыусы һөнәренә һөйөү уятыу, педагогик династияларҙы күрһәтеү.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, конкурстың беренсе этабында илебеҙҙең 78 төбәгенән 633 уҡытыусылар династияһы ҡатнашырға теләк белдергән, ә бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғы шуларҙың 21-енә бирелгән.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай мәртәбәле ярыштың Башҡортостанда уҙғарылыуы – шатлыҡ та, ғорурлыҡ та.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас