

Зилә Әбхәлимова – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, “Уҡытыусы-оҫта” республика конкурсы еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы конкурсы дипломанты. Быларҙан тыш та Зилә Салауат ҡыҙының еңеүҙәре, уңыш-ҡаҙаныштары бихисап, сөнки ул – һәр ваҡыт үҫешкә, яңылыҡҡа ынтылған педагог.
– Эш стажым 28 йыл, шуның ике тиҫтәһен ошо лицейҙа хеҙмәт итәм. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегемдең тәүге йылдарында Күмертау ҡалаһындағы 6-сы мәктәптә төрлө милләт балаларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәттем. Халҡымдың нескә теле, бай рухи мираҫы аша буласаҡ башҡорт интеллигенцияһын үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индереү маҡсатында Республика политехник лицей-интернатына эшкә килдем, – ти Зилә Әбхәлимова.
Уҡытыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙы уйландырырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, үҙ фекерен яҡлай, һығымталар яһай алырлыҡ эш алымдарын ентекләп өйрәнә һәм дәрестәрҙә ҡуллана. Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәрен өйрәнгәндә дебат, бәхәс-әңгәмә кеүек формалар уҡыусыларҙы уйланырға, эҙләнергә этәрә, төплө фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә.
“Уҡыусыларымдың республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиада, фәнни-ғәмәли конкурстарҙа уңышлы сығыштары – эшемдең һөҙөмтәһе, - ти педагог. - Бөгөнгө балаларҙа үҙ-ара русса аралашыуға өҫтөнлөк биреү ныҡ һиҙелә. Ғәмһеҙ рәүештә уларҙы телебеҙҙән яҙҙырырға, моңобоҙҙан биҙҙерергә, халҡыбыҙҙан кәмһендерергә хоҡуғыбыҙ юҡ, шуға ла бар йөрәгемде әсә телен уҡытыуға биреп, телебеҙҙең ҡеүәтен, милләтебеҙҙең мәртәбәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерәм, тип уйлайым. Был миңә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Рус милләтле бер нисә уҡыусымдың башҡорт телен туған тел булараҡ һайлауы дәрестәремде тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ үткәреүгә дәрт өҫтәй. Намыҫлы хеҙмәт ниндәй генә булмаһын, аҙаҡ килеп кешегә ҡыуаныс килтерергә тейеш. Тыуған илемә, туған халҡыма һәм туған телемә хеҙмәт итеү мине бәхетле итә, шатлыҡтар килтерә”.
Маҡсатлы, тырыш, үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимова артабан да тик уңыштар теләйбеҙ һәм Уҡытыусылар көнө иғлан ителгән “Тел һаҡсылары” конкурсында уның өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ!
Фотолар: З. Әбхәлимованың шәхси архивынан.