

Миңдиниса Ғәзизуллина – Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе.
– Өс тиҫтә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. 1994 йылдан – лицей асылған көндән алып мәктәбемә, эшемә тоғро хеҙмәт итәм. Һөнәремде, балаларҙы бик яратам. Көн дә ҡыуанып лицейыма киләм, шатланып өйөмә ҡайтам. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме? Эйе, бәхетлемен, сөнки белем биреү – ул йәшәүемдең асылы.
Шөкөр, уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенергә тура килгәне юҡ. I кластан, мәктәп тупһаһын атлап инеү менән, уҡытыусынан башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтермәнем. Яҙмышыма рәхмәт: ҡайҙа уҡыһам да, һәр саҡ яҡшы, өлгө алырҙай остаздар ҡулында белем алдым. Мәктәптә башҡорт теленән Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева уҡытты, Башҡорт дәүләт педагогия институтында билдәле ғалим-педагогтар Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова, Вәкил Исмәғил улы Хажин, Әхәт Ханнан улы Вилданов фән үрҙәренә әйҙәне.
Тиҫтә йыл дауамында ҡала балаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирәм. Бөгөнгө балаларҙың туған телде өйрәнеү теләге, ҡыҙыҡһыныуы төрлөсә. Ҡайһыһы бик теләп өйрәнә, һөйләшә, аралаша, икенсеһе “мин аңлайым – шул етә”, тип иҫәпләй.
Балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы ишек төбөнән башлайым. Кабинетым ишегенә “Бында башҡортса һөйләшәләр” тип яҙылған. Балалар бүлмәгә инеү менән тырышып-тырышып башҡортса аралаша башлай. Дәрес башында шағирҙарыбыҙҙың башҡорт теленә арналған шиғырҙарын хор менән һөйләтәм. Шиғырҙарҙы үҙгәртеп торам, лицейҙы тамамлағанда арыу уҡ шиғырҙы яттан белеп сығалар.
Сама менән, кәрәкле урында заман технологияларын файҙалана белеү бик отошло. Мәҫәлән, балаларға блогер булып ҡарарға тәҡдим итәм һәм “Мин – хәбәрсе”, “Мин – сәйәхәтсе”, “Мин – сәскәләр үҫтереүсе” һәм башҡа темалар бирәм. Бик ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп килтерәләр, ә иң мөһиме – башҡорт телендә һөйләйҙәр. Шулай уҡ рус телендәге йәнһүрәттәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеү, әҙәби әҫәр буйынса бәләкәй өҙөктө сәхнәләштереү, берәй милли уйын өйрәнеп килеп, дәрестә уйнап алыу, реклама яһау кеүек эш төрҙәрен бик яратып башҡаралар. Балаларҙың башҡортса белеү кимәленә ҡарап, эштәрҙе төрләндереп бирергә тырышам, - эше тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне Миңдиниса Әхәт ҡыҙы.
Абруйлы уҡытыусының ғаиләһе лә бына тигән. Тормош юлдашы Марат менән студент саҡта танышып ғаилә ҡорғандар, бына инде 34 йыл татыу ғүмер итәләр. Бер улға ғүмер бүләк итеп, уны оло тормош юлына баҫтырғандар, бөгөн ул дизайнер-технолог булып эшләй.
“Башҡортостаным буйлап сәйәхәт итергә, тауҙарға үрләргә, урманда йөрөргә, ағып ятҡан йылға тауышын, таң менән ҡоштар һайрауын тыңларға яратам. Тәбиғәт тынысландыра, күңелде күтәрә, рухи көс бирә”, - ти уҡытыусы.
Беҙ Миңдиниса Әхәт ҡыҙына киләсәктә лә һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ һәм “Башҡортостан” гәзитенең төркөмөндә барған “Тел һаҡсылары” конкурсында уның өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фотолар: М. Ғәзизуллинаның шәхси архивынан.