

Эльвера Илдус ҡыҙы 1993 йылда Ҡариҙел районының Тигермән ауылында тыуған. Мәктәптән һуң уҡыуын Нефтекама педагогия колледжында дауам итә һәм туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә була.
Артабан Яңауыл районының Киҫәк Ҡайын ауылы егете менән яҙмышын бәйләп ғаилә ҡора һәм 2015 йылдың сентябрендә ошо ауыл мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Һәр ваҡыт алдына маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеп йәшәгән Эльвера Илдус ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм 2020 йылда юғары белемле белгес булып сыға.
– Уҡытыусы булыу – мәктәп йылдарындағы хыялым, башҡа һөнәр тураһында уйламаным да. – ти Эльвера. – Һөнәрем бик оҡшай, уҡытыусы булыуыма бер ҡасан да үкенгәнем юҡ.
Йәш белгестең ғаиләһендә ике бала – Риана исемле ҡыҙ менән Рамир тигән ул үҫә. Әлегә улар балалар баҡсаһына йөрөй.
Киҫәк Ҡайын мәктәбенең йәш һәм алдынғы ҡарашлы уҡытыусыһы Эльвера Илдус ҡыҙына һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ! Яратып һайлаған һөнәрегеҙҙең емештәрен татып, яңынан-яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар яуларға яҙһын!
Фотолар Э. Минәзованың шәхси архивынан.