

Тормош - үҙе мәктәп, тиҙәр. Тәнзилә Кейекбаеваның яҙмаһын уҡығас, шуға тағы ла нығыраҡ инанаһың.
"Ғүмер үткән һайын, тормош серҙәре берәм-берәм сиселә бара. Йәш саҡта һәр кемдең дә ҡәғбә күҙе ябыҡ була икән, йәшлеге менән кеше күп нимәне аңламай. Шуға күрә йәштәрҙе мин ғәфү итәм, ваҡыты еткәс, аңлайҙар улар... Балаларға ла туҡтап-туҡтап ҡарап торғаным бар, "Бер нимә лә аңламайҙар, уйнауҙы ғына беләләр... әйҙә, уйнаһындар", - тип балаларҙың аңһыҙ булыуҙарына бер килке аптырап ҡарап торам. Әммә араларында һирәк булһа ла ололарса уйлаған балалар ҙа осрап ҡуя.
Нимә сәбәп итте әле мине былар тураһында яҙырға?
Әле генә интерактив дуҫтарым араһынан берәү минең яҙмамды ҡабаттан яҙыуымды һорап яҙҙы, ә үткәндәгеһен, "Бер ҡапҡа ябылһа, икенсе асыла..." тигәнен, юйып ҡуйғайным шул. Уға яуап итеп ошо яҙманы яҙырға булдым.
Һәр кем үҙенең үткән тормош тәжрибәһенән сығып фекер йөрөтә, фәһем ала, аҡыл туплай. Әгәр минең яҙмышымда берәй сетерекле хәл килеп тыуған икән, тимәк, ул шулай булырға тейеш булған. Йәбешеп ятырға кәрәкмәй, ҡалдырырға кәрәк ул эште, тимәк, һиңә тағы ла һәйбәтерәк ишектәр асыласаҡ!
Сибайҙа йәшәгән саҡта (ул ваҡытта Сибай институты яңы ғына асылғайны, мин СПТУ-24-тән ( инглиз теле уҡытыусыһы инем) институтҡа эшкә күстем. Урал аръяғында тәүге тапҡыр телевидение ла асылды, тәүгеләрҙән булып мин унда башҡорт тапшырыуҙары ойоштороп ебәрҙем. Әммә унда ла, бында ла аҡса түләмәнеләр, йәнәһе, яңы ғына асылған, бюджет хәле насар.
Миңә нисек тә йәшәргә кәрәк ине. Күҙҙе астырғыһыҙ ғәйбәт, минең шәхси яҙмышымды пыран-заран килтерәләр, ҡала күләмендә тетмәмде тетәләр генә! Финанс яҡтан да, рухи яҡтан дә бер ниндәй ярҙам юҡ. Ятаҡта ғына көн итәм, етмәһә, унда ҡайтһаң, вахтершаның ире юлымды быуып, бүлмәмә үткәрмәй, төрлө бысраҡ һүҙҙәр менән мине йәберләй, ул ғына ла түгел, ҡул күтәрә. Ә яҡларлыҡ бер генә кеше лә юҡ. Ҡыҫҡаһы, был ҡалала ҡалырлыҡ түгел ине, хатта һуларлыҡ һауа ҡалмағайны, бөтә юлдар ҙа ябылды, миңә төрлө яҡлап һөжүм итәләр. Баҡтиһәң, миңә ул ҡалала ҡалырға кәрәк булмаған.
Ә алдымда мине бик матур, бик гүзәл тормош көткән. Бына ни өсөн Сибайҙа минең бөтә юлдарым да ябылған. Улымды алып мин Өфөгә күсеп киттем.
Баш ҡала мине ҡоластарын йәйеп ҡаршы алды. Телевидение үҙ ишектәрен аҫты. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә Останкино телевидениеһында уҡырға, шунда практика үтергә, һәм Башҡортостан телевидениеһында бик күп шәхестәр менән тапшырыуҙар эшләргә, ошо донъя менән ҡайнап йәшәргә, бәхетле булырға яҙған икән миңә. Яҙмышыма мең шөкөр!" - тип яҙған ул.
P.S. Тормошоғоҙҙа уңышһыҙлыҡтарға осратһағыҙ, бер ҙә ҡайғырмағыҙ. Бер ҡапҡа ябылһа, тимәк, икенсеһе, тағы ла һәйбәтерәге асылыр..." - тип фекерен уртаҡлашҡан Тәнзилә Кейекбаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Уйланырға урын бар.
Фото: vk.com.