Белем һәм тәрбиә
3 Октябрь 2023, 05:00

Әсәй юлынан бара

“Тел һаҡсылары” конкурсында – Баймаҡ районының Байым ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Солтанова. 

Әсәй юлынан бараӘсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара

Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы Баймаҡ районының Байым ауылында тыуып үҫкән. Әсәһе Зөлфиә Заһретдин ҡыҙы – 36 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған хөрмәтле мәғариф ветераны, атаһы Мирхәт ағай Рахманғолов урындағы колхозда алдынғы механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала – ике ҡыҙ һәм ике малай үҫә.

Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы бәләкәйерәк кластарҙа уҡығанында табип булырға, медицина юлын һайларға хыяллана. 10-сы һәм 11-се класта Баймаҡ лицей-интернатына уҡый. Ошонда саҡта тарих уҡытыусыһы булыу теләге тыуа.

- Лицейҙы тамамлағас, БДУ-ның тарих факультетына имтихан бирергә барҙым. Ике имтиханды бирҙем. Ҡарайым, шау егеттәр уҡырға инеп йөрөй. Егеттәр менән уҡығым килмәй, ҡыҙҙар менән уҡыйым тип, документтарымды башҡорт филологияһы факультетына күсереп, уҡырға инеп киттем, - тип хәтерләй студент йылдарын Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы.

Бөгөн ул тормош иптәше Сәғит Мәүлитйән улы менән Муллаҡай ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, матур ғаиләлә ике ул – Данил менән Данияр үҫә. Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы көн һайын тигәндәй туғыҙ саҡрымдағы тыуған ауылы Байым мәктәбенә йөрөп эшләй.

- Эшемде, уҡыусыларымды яратам. Балаларҙы Тыуған илебеҙҙе яратырға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, ярҙамсыл булырға өйрәтеү – минең төп маҡсаттарымдың береһе. Уҡытыусы һөнәренә һөйөү әсәйем Зөлфиә Заһретдин ҡыҙынан, рус  һәм башҡорт телдәрен уҡытҡан уҡытыусыларым Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙынан, Мәүжидә Рахманғол ҡыҙынан (йәне йәннәттә булһын) киләлер тип уйлайым, - ти Гөлдәр Мирхәт ҡыҙы.

Мөхтәр Байымов исемен йөрөткән Байым мәктәбендә тәрбиәүи маҡсатта бик күп саралар үткәрелә. Уҡыусылар ҙур теләк менән “Тимур командаһы”на берләшеп, ололарға, мохтаждарға ярҙам итә, ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Байым ауылы мәктәбенең тырыш, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы уҡытыусыһы Гөлдәр Солтановаға тик уңыштар теләйбеҙ. Яратҡан эшегеҙ шатлыҡ ҡына бүләк итһен!

Ә төркөмдәштәребеҙҙе “Тел һаҡсылары” конкурсында әүҙем ҡатнашырға, конкурсанттар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ!

Фотолар Гөлдәр Солтанованың шәхси альбомынан.

Әсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара
Әсәй юлынан бара
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас