Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь 2023, 17:45

“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”

“Тел һаҡсылары” конкурсында – Сибай ҡала гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Абдулла ҡыҙы Ҡотлоғәләмова. Хөрмәтле дуҫтар! Конкурсыбыҙ иртәгә 21.00 сәғәттә тамамлана. Тауыш бирергә ашығығыҙ!  

“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”

Гөлнур Абдулла ҡыҙы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә биш ҡыҙ үҫә улар. “Беҙҙе тырыш, маҡсатлы, рухлы итеп үҫтергән, барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарған атай-әсәйебеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ”, - ти Гөлнур Ҡотлоғәләмова.

Бала саҡтан ике туған апайҙары өлгөһөндә уҡытыусы булырға хыяллана. Шулай итеп, ғаиләләге биш ҡыҙҙың өсәүһе педагог һөнәрен һайлай. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, туған мәктәбендә эш башлай Гөлнур Абдулла ҡыҙы. “Ошо осорҙа элекке уҡытыусыларым-коллегаларымдың аҡыллы кәңәштәрен, ярҙамын тойҙом, уҡыусыларымдың уңыштары илһамландырҙы, төрлө һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу шәхес булараҡ сыныҡтырҙы, тәжрибә өҫтәне”, - ти уҡытыусы.

Бына инде тиҫтә йылдан ашыу Гөлнур Ҡотлоғәләмова Сибай ҡала гимназияһында хеҙмәт юлын дауам итә. Коллегалары – элекке уҡыусыһы Айгөл Вәкил ҡыҙы Яҡшыбаева һәм оло быуын вәкиле, тәжрибәле педагог Фатима Хәбибнажар ҡыҙы Вәлитова менән бер маҡсатта, бер уйҙа дәртләнеп эшләй, йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләй гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Уҡыусылары республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, шиғыр бәйгеләрендә еңеү яулап ҡыуандыра.

- Балалар менән эшләү шул тиклем оҡшай. Улар янында үҙемде лә ниндәйҙер кимәлдә саф күңелле бала итеп тоям. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, тел һәм әҙәбиәт нескәлектәрен өйрәтеп кенә ҡалмайбыҙ, халҡымдың изге мираҫын тапшырыусы ла, ғорурланып һөйләрлек тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йәғни бай рухи мираҫыбыҙҙы йәш быуынға еткереүсе лә, - ти Сибай уҡытыусыһы.

Гөлнур Абдулла ҡыҙының оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнгән. Шулай уҡ ул – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2007” конкурсы лауреаты, республика Башлығының “Иң яҡшы туған телдәр уҡытыусыһы” грантына лайыҡ булыусы.

Гөлнур Ҡотлоғәләмоваға киләсәктә лә яратҡан эшенең емештәрен татып, һөҙөмтәләрен күреп, дәртләнеп эшләргә һәм яңынан-яңы еңеүҙәр, ҡаҙаныштар яуларға яҙһын!

Фотолар: Г. Ҡотлоғәләмованың шәхси альбомынан.  

“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
“Уҡыусыларым янында үҙемде саф күңелле бала итеп тоям”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас