Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь 2023, 07:30

Уникаль дарыу культуралары яһайҙар

IQ-паркта Өфө фән һәм технологиялар университетының молекуляр биоинженерия лабораторияһы урынлашасаҡ.

Уникаль дарыу культуралары яһайҙарУникаль дарыу культуралары яһайҙар
Уникаль дарыу культуралары яһайҙар

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгендәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты булған IQ-паркта Өфө фән һәм технологиялар университетының молекуляр биоинженерия лабораторияһы урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта унда әүҙем эштәр бара.

2023 йылдың яҙында лабораторияла Stemma canthaser ratuloides тигән уникаль дарыу үләнен культуралаштырыу буйынса эштәр башланды. Был культура Башҡортостан Республикаһында осрай, әммә уның ресурсы ҙур түгел, сәнәғәт масштабында материалдар әҙерләү был үҫемлектең тәбиғи популяцияларына зыян килтерәсәк.

Әлеге ваҡытта артабан биологик актив матдәләргә биохимик анализ яһау өсөн был культураның тиҙ өлгөрөүсән өлгөләре эҙләнә. Эштәрҙе молекуляр биоинженерия лабораторияһы етәксеһе, профессор Булат Ҡолоев етәкселегендә ӨФһТУ-ның Тәбиғәт һәм кеше институты аспиранты Ирина Рәхмәтуллина алып бара.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21868/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас