

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы быйыл капиталь ремонттан һуң асылған 30-сы урта мәктәбендә булды. Ул ”Белем биреүҙең мәктәп системаһын модернизациялау” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелде. Быйыл бындай ремонт республиканың 77 мәктәп биналарында башҡарылды, уларҙа 16,6 мең бала белем ала.
-Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға ярашлы, республика федераль бюджеттан 8,6 миллиард һум аҡса хәстәрләне, был иһә илдәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ике йыл эсендә беҙ 140 мәктәп бинаһын ныҡлы ремонтлауға өлгәштек. Йәғни былтыр 63 мәктәп һәм быйыл 77 бина. 2026 йылға тиклем 365 мәктәпте капиталь ремонтлауҙы планлаштырабыҙ, - тине Андрей Назаров.
30-сы мәктәп бинаһын ремонтлауға һәм йыһазландырыуға федераль һәм төбәк бюджетынан 117 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 98 миллион һумдан ашыу аҡса. Ремонт эштәре быйыл март айында башланған.
Ярты йыл эсендә бинала электр системаһы, вентиляция тулыһынса алмаштырылған, кластар яңыртылған, тамашасылар һәм спорт залы ремонтланған, яңы ишек-тәҙрәләр ҡуйылған. Мәктәп эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү өсөн республика тарафынан 3,8 миллион һум аҡса бүленгән.
Уҡыу йортон йыһазландырыуға 9,9 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Мәктәпкә мебель, компьютерҙар, ноутбуктар, спорт ҡорамалдары һәм башҡа әйберҙәр алынған.
Андрей Назаров яңыртылған мәктәптең сифатын баһаланы, мәктәптәге туҡланыуға иғтибарҙы йүнәлтергә кәңәш итте. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ошо һәм төбәктең башҡа мәктәптәренә ҙур пар конвектоматтарын алырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.