Белем һәм тәрбиә
10 Октябрь 2023, 06:21

Балалар – беҙҙең киләсәк

Барлыҡ эштәр белемле, лайыҡлы алмаш хаҡына башҡарыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Райхан МӘҠСҮТОВА, Ишембай ҡалаһындағы 19-сы урта мәктәп директоры: – Быйыл беҙҙең мәктәп өр-яңы автобусҡа эйә булып ҡыуанды. Был – беҙгә бирелгән икенсе ошондай техника. Бөгөн 100-гә яҡын баланы автобус менән уҡыуға йөрөтөүҙе ойошторғанбыҙ. Автобустарыбыҙ йылы, уңайлы, хәүефһеҙлек йәһәтенән барлыҡ талаптарҙы иҫәпкә алып етештерелгән. Үҙебеҙҙең техниканың булыуы төрлө сараларға йөрөү өсөн дә ныҡ ҡулай.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы – илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Уға 1010 мәктәпкәсә ойошма, ике меңдән ашыу мәктәп, 93 колледж һәм һигеҙ вуз инә. Һуңғы йылдарҙа был тармаҡ күҙгә күренерлек ыңғай үҙгәрештәр кисерә – яңы белем усаҡтары ҡалҡа, капиталь ремонттан һуң мәктәптәр яңыра, сифатлы белем биреү маҡсатында төрлө проекттар тормошҡа ашырыла, тәрбиә һәм балаларҙың сәләмәтлеге мәсьәләләре алғы планға сыға.

 

Белем усаҡтарын танырлыҡ та түгел

 

Мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу, ябайлаштырып әйткәндә, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, федераль үҙәктән ҙур суммала финанс ярҙамы бүленә. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, 2022 йылда 63 мәктәп төҙөкләндерелгән. Бында һүҙ стеналарҙы яңыртып буяу тураһында ғына бармай, ғәмәлдә мәктәптең тышҡы биҙәлешенән башлап, ишек алды, уҡыу бүлмәләре, спорт залы, ашхана, аҙыҡ-түлек блогы, сантехника ҡорамалдарына тиклем барыһы ла алмаштырыла. Бынан тыш, мәктәп янындағы биләмәләр төҙөкләндерелә, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлә. Шулай уҡ уҡыу әсбаптары һәм мәктәп йыһазы тулыһынса яңыға алмаштырыла.

Эштәрҙе башҡарыуға республика бюджетынан да ярайһы уҡ ҙур суммала өҫтәмә аҡса бүленә. Быйыл ошо федераль программаға ярашлы, 28 районда 77 бина ремонтланды. Һөҙөмтәлә 17 мең бала уҡыу йылын яңыртылған белем усағында башланы. Дөйөм алғанда, 2026 йыл аҙағынаса кәм тигәндә 365 мәктәпте тулыһынса яңыртыу маҡсат итеп алынған. Әгәр федераль үҙәктән ярҙам күләме күбәйтелһә, яңыртылған мәктәптәр һанын 900-гәсә еткереү күҙ уңында тотола.

Капиталь ремонттан тыш, республиканың төрлө төбәктәрендә яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары ла төҙөлә. Әлеге ваҡытта Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, Өфө районында ошо йүнәлештәге эштәр дауам итә. Былтыр 5,5 мең урынлыҡ биш мәктәп һәм 510 урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы сафҡа ингән.

 

Полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә

 

2019 йылдан Башҡортостанда полилингваль белем биреү системаһы үҫешә башланы. Тәүҙә был йүнәлештә дүрт мәктәп булдырылды: Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм икәүһе – Өфөлә. Бындай мәктәптәрҙә уҡырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара, мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында 1091 бала полилингваль мәктәптәрҙең беренсе класына барҙы.

1 сентябрҙә Хәйбулла һәм Учалы райондарында ике яңы мәктәп, Мишкә районында һәм Сибайҙа капиталь ремонттан һуң үҙгәртеп ҡоролған ике белем усағы полилингваль йүнәлештә эш башланы. Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернатында, Яңы Тәтешле һәм Бишбүләк ауылы мәктәптәрендә полилингваль кластар асылды. 2024 йылға планда – Әбйәлил районының Асҡар ауылында “Көнсығыш-1” биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшөн тамамлау.

Бындай мәктәптәр туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәүге полилингваль белем усаҡтары башҡорт һәм татар телдәре нигеҙендә уңышлы эшләү практикаһын раҫланы, яңы асылғандары араһында мари, удмурт, сыуаш телдәрен өйрәнеүҙе йүнәлеш итеп алғандары бар. Шулай уҡ уларҙа инглиз, немец, француз һәм башҡа сит телдәр ныҡлы өйрәнелә. 

Быйылдан 20 полилингваль мәктәп педагогы Башҡортостан Хөкүмәтенең 50 мең һум күләмендәге аҡсалата премияһын ала башлай. Ул йыл һайын тапшырыласаҡ.

 

Илһөйәр алмаш үҫә

 

2020 йылда, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә шайморатовсылар хәрәкәтенә нигеҙ һалынды һәм Герой исемендәге тәүге кластар ойошторола башланы. Иң тәүҙә бындай кластар Өфө ҡалаһының 1-се һәм 2-се күп профилле полилингваль мәктәптәрендә, Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында булдырылды. Шайморатов исемендәге класта белем алған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы, “Йәш шайморатовсы” билдәһе булдырылды.

Артабан Шайморатов кластары респуб­ликаның башҡа мәктәптәрендә лә әүҙем ойошторолдо, был эш әле лә дауам итә. Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 сентябрендә Герой исемен йөрөткән 78 яңы класс асылды. Быйылғы уҡыу йылынан уларҙың һаны тағы 99-ға артты.

Шайморатовсылар хәрәкәтенең төп маҡсаты – илһөйәр, ныҡлы характерлы, лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләү. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар ошондай кластарҙа уҡырға үҙҙәре үк ҙур теләк белдерә. Улар конкурс һайлап алыуы аша үтә, уҡыуҙа, йәмәғәт тормошонда, спортта әүҙем, өлгөлө тәртипкә эйә булырға тейеш. Йәш шайморатовсылар Шишмә районындағы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокка уйындарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша.

Мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәре­сенең, хеҙмәт тәрбиәһенең тергеҙелеүе, һәр дүшәмбелә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында флаг күтәреү, “Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеү”, “Рәсәй – минең офоҡтарым” дәрестәренең индерелеүе лә – белемле һәм лайыҡлы алмаш тәрбиәләү хаҡына булдырылған башланғыстар.

 

Балаларҙы уңайлы автобустар йөрөтә

 

Башҡортостанда уҡыусыларҙы мәктәпкә махсус транспортта йөрөтөү эше яйға һалынған. “Белем усағы ҡарамағында авто­бустың булыуы бик уңайлы. Балаларҙы иртәнсәк – мәктәпкә, уҡыуҙан һуң йәшәгән урынына илтеүҙән тыш, уларҙы төрлө сараларға, экскурсия һәм ярыштарға йөрөтөү өсөн бик ҡулай”, – тип билдәләй мәктәп директорҙары.

Мәктәп транспортының паркын яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә, сөнки республика етәкселеге был мәсьәләгә балаларҙың именлеге бәйле булыуын яҡшы аңлай. 2023 йылдың 1 июненә ҡарата республикала 52253 баланы уҡыу урынына автобус менән йөрөтөү ойошторолған, был эшмәкәрлеккә 1522 берәмек техника йәлеп ителгән. Быйыл төбәк бюджеты иҫәбенә 18 мәктәп автобусы алынған, уларҙың асҡыстары республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе барышында мәктәп директорҙарына тапшырылды. Бынан тыш, Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына яраш­лы, беҙҙең республикаға 49 берәмек техника бүленде.

 

Сәләмәт бала – сәләмәт киләсәк

 

Республика мәктәптәрендә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. 2020 йылдан барлыҡ башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә, ошондай уҡ социаль яҡлау сараһы льготалы категорияға ҡараған уҡыусыларға ла булдырылған. Бында һүҙ сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән, инвалидлыҡ төркөмөнә ингән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡат­нашҡан яугирҙәрҙең V – XI класта уҡыған балалары тураһында бара. 2023 йылда ошо категорияға ҡараған уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә 3 миллиард 655 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 1 миллиард 589 мең һумы – республика бюджетынан.

Шулай уҡ 2019 йылдан республика мәктәптәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле тормошҡа ашырыла. Әлеге көндә Башҡорт­остан мәктәптәрендә 214 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 80-е “Ҡанатлан” проектына ярашлы булдырылған. “Был башланғысты беҙҙең проекттар араһынан иң яҡшыларҙың береһе тип һанайым. Уҡыусы­ларҙы бала саҡтан тештәрҙе һаҡларға, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ, балаларҙы уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ”, – тип билдә­ләне республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Колледждарға гранттар бирелә

 

Башҡортостан – илдә урта профессиональ белем биреү учреждениелары һаны буйынса алдынғыларҙың береһе. Төбәктә 90-дан ашыу колледж эшләй, улар республиканың бөтә райондарында ла тиерлек урынлашҡан.

Урта профессиональ белем биреү систе­маһы квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең стратегик звеноһы булып тора. Былтырҙан алып колледждарҙы капиталь ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. 11 бина ремонтланған, медицина колледждарының дүрт филиалы булдырылған. Быйыл 12 кол­леджға капиталь ремонт үткәреүгә 500 миллион һум аҡса бүленгән.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән һөнәри белем биреү ойошма­ларының матди-техник базаһын яңыртыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидия формаһында гранттар биреү тәртибе раҫланды. Уға ярашлы, йыл һайын республика ҡаҙнаһынан өс колледжға 30-ар миллион һум күләмендә субсидия формаһындағы гранттар биреү ҡаралған.


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас