Белем һәм тәрбиә
11 Октябрь 2023, 08:00

Шайморатовсылар – тиҫтерҙәренә өлгө!

Миәкә районы Илсеғол ауылының башҡорт гимназияһында булдырылған ошондай класҡа шәп уҡыусылар тупланған.  

Шайморатовсылар – тиҫтерҙәренә өлгө!Шайморатовсылар – тиҫтерҙәренә өлгө!
Шайморатовсылар – тиҫтерҙәренә өлгө!

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда патриотик тәрбиәгә айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелә. Белем биреү учреждениеларында тәүге тапҡыр Рәсәй Геройы генерал-майор М. Шайморатов исемендәге 188 класс асылды. Бындай кластар булдырыу илһөйәр уҡыусылар үҫтереүгә яңы этәргес бирҙе. Был исемде йөрөтөүҙең ни тиклем яуаплы икәнлеген балаларҙың аңлауы менән дә әһәмиәтле ул.

Миәкә районы Илсеғол ауылының башҡорт гимназияһында ла шайморатовсылар класы булдырылған. Рух ныҡлығы, яуаплылыҡ тойғоһон тағы ла нығыраҡ арттыра бындай коллективта белем алыу.

Былтырғы уҡыу йылында барлыҡҡа килгән Шайморатовсылар класына 16 бала тупланған. Егеттәрҙең күп булыуы менән дә айырылып тора туғыҙынсы класс. Хәрби-патриотик тәрбиә эшенә төп иғтибар йүнәлтелә. Уҡыусылар ярыштарҙа  күп ҡатнаша, йыр-моңға ла һәләтлеләр.

- Шайморатовсылар класына ҡабул ителеүҙәре уларҙы тағы ла яҡшы яҡҡа үҙгәртте, бигерәк тә уҡыуҙа  алдынғы булыу ынтылышы барлыҡҡа килде. Ярыш-конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Ата-әсәләр ҙә был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Махсус кейем тектерҙек. Был класс музейҙарға, экскурсияларға ла йыш йөрөй. Әүҙем тормош уларҙың үҙҙәренә лә оҡшай. Хәҙер ошо класс - мәктәбебеҙ ғорурлығы, – тип һөйләне гимназия директоры Резеда Садиҡова.

Хәрби куратор Ғәзинур Шәйәхмәтов, класс етәксеһе Регина Власова башланғысында эш тәүге көндән үк яҡшы итеп ойошторолған, шуға күрә шайморатовсыларға берҙәмлек сифаттары хас.

Август аҙағында Илсеғол мәктәбенең биш шайморатовсыһы “Патриот” лагерында булып ҡайтҡан. Унда уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, Наил Лоҡманов Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Сентябрь айында мәктәп кимәлендә уҙғарылған “Йәйге Шайморатов уйындары” ла байтаҡ уҡыусыларҙы йәлеп иткән.

Шайморатовсылар мәрхәмәтлек сараларынан да ситтә ҡалмай. Оло йәштәгеләр көнө алдынан яңғыҙ йәшәгән ветеран уҡытыусыға баҡса эштәрендә ярҙам күрһәткәндәр.

Рухлы, белемле, изгелеккә ынтылған йәш быуындың киләсәге лә ышаныслы.

Автор фотоһы.

 

Шайморатовсылар – тиҫтерҙәренә өлгө!
Шайморатовсылар – тиҫтерҙәренә өлгө!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас