Белем һәм тәрбиә
12 Октябрь 2023, 16:15

Стартап-студия яңы башланғыстарға юл аса

Рәсәйҙә университеттарҙың стартап-студия селтәре “Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы” федераль проектына ярашлы үҫешә. 

Стартап-студия яңы башланғыстарға юл асаСтартап-студия яңы башланғыстарға юл аса
Стартап-студия яңы башланғыстарға юл аса

2022-2023 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусындағы стартап-студияһы 97 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп иткән.

Студия Рәсәй буйынса 15 партнерға эйә булған һәм 25 сара ойошторған.

Рәсәйҙә университеттарҙың стартап-студия селтәре “Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы” федераль проектына ярашлы үҫешә.

Проект йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәренә юл асыуға һәм ошо өлкәлә һөнәрмәндәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

2022 йылда Өфө дәүләт нефть техник университеты Инфраструктура һәм белем биреү программалары фонды булышлығында “ӨДНТУ-ның стартап-студияһы”ның ойошторусыһы булып сығыш яһаны.

Университет стартап-студияһында ӨДНТУ-нан ғына түгел, БДМУ, ӨФТУ, БДАУ һәм БДПУ-нан да студенттар һәм уҡытыусылар төрлө стартап-проекттар өҫтөндә эшләй.

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-стуияһында 17 стартап буйынса эш алып барыла.

Фото: vk.com/startup_studio_usptu

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас