Белем һәм тәрбиә
19 Октябрь 2023, 15:00

Өфө ҡыҙы - "Пятница" телеканалында

Интеллектуаль шоуҙа ҡатнашҡан 14 йәшлек һәләтле уҡыусының хәтере ныҡ яҡшы. Программаны бөгөн ҡарарға була.

Өфө ҡыҙы - "Пятница" телеканалындаӨфө ҡыҙы - "Пятница" телеканалында
Өфө ҡыҙы - "Пятница" телеканалында

Өфөнән 14 йәшлек Рената Васильева “Пятница” телеканалының “Бөтәһенән дә аҡыллыраҡ” интеллектуаль шоуында ҡатнаша. Иң һәләтле 9 - 14 йәшлек уҡыусылар телевикторинаның дүрт раундында интеллектуаль ҡаршылыҡтар һыҙаттарын үтеп, балл йыя, аҙаҡ улар ысын аҡсаға әйләндерелә.

Өфө ҡыҙы икенсе миҙгелдең өсөнсө сығарылышында ҡатнаша. Ренатаның хәтере ныҡ шәп, ул инглиз телен, тарихты тәрән өйрәнә, шулай уҡ ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа төшөрә.

Шоу бөгөн, 19 октябрҙә, 22.00-дә күрһәтелә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас