Белем һәм тәрбиә
20 Октябрь 2023, 15:25

Кадрҙар алдан хәстәрләнә

Үҙәктең маҡсаттары ҙур.

Кадрҙар алдан хәстәрләнәКадрҙар алдан хәстәрләнә
Кадрҙар алдан хәстәрләнә

Өфө дәүләт нефть техник университетының реверсив инжиниринг үҙәге Өфөнөң вуз-ара кампусында дүрт лаборатория һәм конструктор бюроһын урынлаштырасаҡ.

Был үҙәк төбәктең һәм илдең машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләй. Шулай уҡ материалдарҙы импортты алмаштырыу менән шөғөлләнә.

Бында нефть эшкәртеү һәм башҡа тармаҡ предприятиеларының металл лабораторияһы һәм конструктор бюроһы өсөн кадрҙар ҙа хәстәрләнә.  

Бакалаврҙарҙы, магистрҙарҙы, аспиранттарҙы машиналар эшләү өлкәһендәге темалар менән эшкә йәлеп итеү планлаштырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас