Белем һәм тәрбиә
21 Октябрь 2023, 08:20

Эштәр күрһәтелгән ваҡытында атҡарылырға тейеш

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар етәкселәре, архитекторҙар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә аҙналыҡ обходта булды һәм объекттағы төҙөлөш эштәре барышын баһаланы.  

Эштәр күрһәтелгән ваҡытында атҡарылырға тейешЭштәр күрһәтелгән ваҡытында атҡарылырға тейеш
Эштәр күрһәтелгән ваҡытында атҡарылырға тейеш

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар етәкселәре, архитекторҙар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә аҙналыҡ обходта булды һәм объекттағы төҙөлөш эштәре барышын баһаланы.  

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираттағы биналарының тышҡы эштәре лә тамамланып бара. Андрей Назаров фасад дизайны буйынса кәңәштәр бирҙе. Декор элементтары һәм төҫө кампус башняһы менән генә түгел, эргә-тирәләге төҙөлөш, республиканың баш ҡалаһы архитектураһы менән гармонияла булырға тейеш. Уның етәкселегендә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кампустың төрлө биналарын ҡараны.

- Индустриаль партнерҙар урынлашасаҡ 15 ҡатлы бинала-башняла һуңғы эштәр һәм улар октябрь аҙағында тамамлана. Ете ҡатлы бинала биҙәкләү эштәре план буйынса оҙонораҡ буласаҡ. Был – кампустың фәнни өлөшө. Унда интерьер, шул иҫәптән мебель берҙәм стилдә булырға тейеш. Дизайн мәғәнәһе йөкмәткеле булырға һәм уҡыуҙың, фәндең һәм технологик эшҡыуарлыҡтың алдынғы тәжрибәләрен һынландырырға тейеш, - тип билдәләне Премьер-министр.

Биналарҙы биҙәкләүҙең төҫө һәм ҙурлығы менән бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләштеләр. Интерьер архитектураның заманса һүҙенә ярашлы, студенттар, ғалимдар һәм эшҡыуарҙар өсөн уңайлы булырға тейеш. Бигерәк тә файҙаланыуға тапшырылған ресепшен, холл, лифттарға айырым иғтибар бүлеү зарур. Лабораториялар, офистар һәм уҡыу аудиториялары өсөн мебель вуздар рекомендациялары буйынса һайланған. Бының өсөн алдан ректорҙар һәм фәнни үҙәктәр етәкселәре менән осрашыуҙар үткәрелгән.

Вуз-ара кампусты күтәреү тамамланыу стадияһында. Премьер-министр Андрей Назаров кураторҙар менән көн һайын үткәреләсәк оператив кәңәшмәләрҙе үткәреү тураһында ҡарар бирҙе һәм тағы йыйылыусыларға барлыҡ эштәрҙе күрһәтелгән ваҡытта атҡарып сығыу тураһында иҫкәртте.

Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22029/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас