

Нефтекама ҡалаһындағы 2-се мәктәптә тантаналы шарттарҙа Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге тағы бер класс асылды. 5”В” класс уҡыҡсылары “йәш шайморатовсылар” антын биргән, гимндарын – “Шайморатов генерал” йырын башҡарған һәм Тыуған илдәренең ысын патриоты булырға һүҙ биргән.
“Шайморатов” кластары тураһында “Сәләм” каналына Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш ваҡытында Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов һөйләне.
Әле Башҡортостанда бөтәһе 185 “шайморатов” кластары бар, уларҙа 4000-дән ашыу бала уҡый. Бынан тыш, был хәрәкәт балалар баҡсаларында ла булдырыла башланы. Мәҫәлән, Асҡын ауылындағы “Теремок” балалар баҡсаһының өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре лә “шайморатов”сылар булып киткән. Балалар марш яһай, гимн-йырҙарын һәм анттарын ятлаған.
Фото: "Республика Башкортостан".