Белем һәм тәрбиә
28 Октябрь 2023, 11:30

Андрей Назаров: “Вуз-ара кампус студенттарҙы берләштерергә тейеш”

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия Фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының төҙөлөш барышы менән танышты.

Андрей Назаров: “Вуз-ара кампус студенттарҙы берләштерергә тейеш”Андрей Назаров: “Вуз-ара кампус студенттарҙы берләштерергә тейеш”
Андрей Назаров: “Вуз-ара кампус студенттарҙы берләштерергә тейеш”

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар етәкселәре, архитекторҙар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә аҙналыҡ обходта булды һәм объекттағы төҙөлөш эштәре барышын баһаланы һәм яңы күрһәтмәләр бирҙе.  

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының төҙөүселәр үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Әле улар колонналарҙы биҙәкләү эшенә тотонған, уларҙың бер өлөшө металл декор менән эшләнелә һәм уларға төрлө телдә сәләмләү һүҙҙәре яҙыласаҡ.

– Вуз-ара студенттар кампусын төҙөү Өфөгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән студенттарҙың артыуына килтерәсәк, 1,5 тапҡырға сит ил студенттарының артыуы күҙәтелә, - тине Андрей Назаров. – Вуз-ара кампус киңлеге студенттарҙы берләштерергә һәм тупларға тейеш, был белем алыуҙа ғына түгел, ә йәмәғәт тормошонда ла сағылыш табасаҡ. Инеү атриумы тотош кампустың “визит карточкаһы”на әйләнергә тейеш, ул студенттарҙың аралашыу урыны ғына түгел, ә тотош ҡала халҡыныҡы ла булыуы мотлаҡ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар  кампус төҙөлөшөнөң төрлө урындарында булды. Индустриаль партнерҙар урынлашасаҡ 15 ҡатлы бина-башняла интерьер дизайны тамамланған, әле яҡтыртҡыстарҙы монтажлау менән шөғөлләнәләр. Лаборатория, офис һәм уҡыу аудиториялары өсөн мебель вуздар рекомендациялары буйынса һайланған.

Әйткәндәй, кампус төҙөлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм “Фән һәм университеттар”  милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас