Белем һәм тәрбиә
31 Октябрь 2023, 14:10

211 мең бала ял итте

Министр әйтеүенсә, йәйен 13 лагерь 1414 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы балаһын ҡабул иткән. Көҙгө каникулдарҙа 969 бушлай юллама ҡаралған.

211 мең бала ял итте211 мең бала ял итте
211 мең бала ял итте

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә йәйге һауыҡтырыу кампанияһы йомғаҡтары тикшерелде. Республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың йәйендә балаларҙы 1770 профилле лагерь ҡабул иткән. Былтырғы менән сағыштырғанда, уларҙың һаны 107-гә артҡан. Бөтәһе республикала 211 мең бала ял иткән, былтырғыға ҡарағанда 14 меңгә күберәк.

Бынан тыш, Башҡортостанда Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 1830 бала һәм Белгород өлкәһенән 185 бала ял иткән. Улар өсөн өҫтәмә рәүештә экскурсиялар үткәрелгән, Өфө уҡыу йорттарын, “Торатау”  геопаркын барып күргәндәр. Бында булған саҡта ҡунаҡтар беҙҙең яҡтың тарихын һәм йолаларын өйрәнгән, ҡайһы бер өлкән класс уҡыусылары беҙҙең вуздарға уҡырға килергә теләк белдергән.

Министр әйтеүенсә, йәйен 13 лагерь 1414 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы балаһын ҡабул иткән. Көҙгө каникулдарҙа 969 бушлай юллама ҡаралған.

2023 йылдың ғинуарында Башҡортостан стационар лагерҙарҙа тиҙ төҙөлгән торлаҡ конструкциялар булдырыу буйынса федераль конкурста еңгән 15 төбәк иҫәбенә ингән.

– Быйыл дүрт учреждениела алты модуль төҙөнөк. Был йәйен өҫтәмә 1200 баланы ҡабул итеү мөмкинлеге бирәсәк. 2024 йылда федераль министрлыҡтың һайлап алыуы буйынса тағы биш модуль төҙөләсәк һәм бер ҡала сите лагеры ремонтланасаҡ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, балаларҙың һауыҡтырыу учреждениелары күп аҡса ала, шуға күрә министрлыҡ уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыуҙы даими контролдә тоторға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас