

2023 йылдың декабрендә асыласаҡ кампустың IQ-паркында йәштәр һәм фәнни лабораториялар, коворкингтар, китапханалар менән бер рәттән Өфө университетының Технологиялар трансферы үҙәге лә урынлашасаҡ.
Етди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яңы киңлек үҙәк хеҙмәткәрҙәренә Өфө фән һәм технологиялар университетының иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары менән оҙайлы хеҙмәттәшлек булдырыу йүнәлешен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Октябрҙә илдең сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән В2В-һөйләшеүҙәр үткән. Унда Башҡортостан предприятиеларының 40 вәкиле, шулай уҡ Санкт-Петербург, Ростов, Воронеж, Иркутск, Кузбасс, Екатеринбург, Һамар, Өфө һәм Волгоград ҡалаларынан нефть химияһы тармағы предприятиелары етәкселәре һәм милекселәре ҡатнашҡан. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен башҡарыуҙа вуздың мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Өфө университеты Технологиялар трансферы үҙәгенең эшмәкәрлеге Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы гранты ярҙамында ”Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә субсидия формаһында үткәрелә.
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡортостанда Вуз-ара кампус төҙөү мәғариф һәм иҡтисад өлкәләрен үҫтереүгә ҙур аҙым буласаҡ, тип иҫәпләй.
– Беҙҙә бик талантлы йәштәр, уңышлы бизнес-проекттарға әүерелергә һәм иҡтисад секторында тормошҡа ашырылырға мөмкин булған бик күп эшләнмәләр бар. Вуздар-ара кампус улар өсөн старт майҙансығы буласаҡ һәм һәр студент, ғалим ҡыйыу идеяларҙы инновацион ҡарарҙарға әйләндерә аласаҡ. Башҡортостан өсөн вуз-ара кампус – ул төбәкте илдең ҙур фәнни-белем биреү үҙәге булараҡ яңынан таныштырыу һәм бөтә донъянан һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге, – тине Эльвира Айытҡолова.
Фото: pravitelstvorb.ru