

Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты депутаты Эльвира Айытҡолова Башҡортостанда вуз-ара кампус төҙөү мәғариф һәм фән өлкәләрен үҫтереүгә ҙур аҙым буласаҡ, тип иҫәпләй.
– Беҙҙә бик талантлы йәштәр, уңышлы бизнес-проекттарға әүерелергә һәм иҡтисад секторында тормошҡа ашырылырға мөмкин булған бик күп эшләнмәләр бар. Вуз-ара кампус улар өсөн старт майҙансығы буласаҡ һәм һәр студент, ғалим ҡыйыу идеяларҙы инновацион ҡарарҙарға әйләндерә аласаҡ.
Кампус төҙөү ҙур мөмкинлектәр бирәсәк, йәғни һәләтле йәштәр Өфөлә уҡыясаҡ һәм эшләйәсәк. Был иһә бөтә өлкәләрҙең киләсәге өсөн үҙенсәлекле интеллектуаль мөхит булдырыу мөмкинлеген бирә, тигән фекерҙә Эльвира Айытҡолова.
Евгений Соколов фотоһы.