

Баш ҡалалағы вуз-ара кампустың Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм углерод эҙенә мониторинг үткәреү лабораторияһы республикала парник газдары ташландыҡтарын заманса контролләү системаһын булдырыу өҫтөндә эшләй. Лаборатория белгестәре Башҡортостанда уртаса һауа температураһының тиҫтә йылда 0,34°С тиҙлегендә үҫеүен билдәләне. 1961-1990 йылдарҙа уртаса йыллыҡ температураның климатик нормаһы 2,4°С тәшкил итһә, 1991-2020 йылдар осоронда ул 3,5°С тәшкил иткән.
Тикшеренеүҙәрҙең теүәллеген юғары технологиялы ҡорамалдар тәьмин итә. Уны алыуға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы программалары һәм Башҡортостан республикаһының фәнни тикшереүҙәргә булышлыҡ итеүсе Гранты ярҙам күрһәткән.
–Лабораториялағы ҡорамал белгестәребеҙгә климаттағы глобаль үҙгәрештәрҙең локаль сағылыштарын өйрәнеүҙә яңы ысулдарҙы файҙаланырға ярҙам итә. Уларҙы республиканың экосистемаларында ҡулланабыҙ һәм башҡа биләмәләргә лә таратасаҡбыҙ, – ти лаборатория етәксеһе Лариса Белан.
Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм углерод эҙенә мониторинг үткәреү лабораторияһы булдырған геомәғлүмәт базаһына ошондай уҡ тикшереү үткәреүсе башҡа төбәктәр ҙә ҡушыла ала. Климат бик күп дисциплиналарға ҡағыла, шуға күрә бында төрлө өлкәләге белгестәр эшләй: биолог, химик, географ, иҡтисадсы, тупраҡты һәм ерҙе өйрәнеүселәр һ.б. Коллективтың ҙур өлөшө – йәштәр.
Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы комплексының тәүге сираты – IQ-паркы ошо йылдың декабрендә асыласаҡ.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22148/