

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Этнографик диктант яҙыу йошторолдо. Ошо Бөтә Рәсәй акцияһына тап бөгөн ҡушылыу Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналғайны.
Сарала нигеҙҙә Башҡортостандағы милли-мәҙәни ойошмалар етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Уларға таратып бирелгән тест ҡағыҙында илебеҙ һәм төбәгебеҙ этнографияһына ҡағылышлы 30 һорау ҡуйылғайны.
“Ҙур этнографик диктант” – халыҡта үҙ иленә, милләтенә, йәшәгән төбәгенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатында булдырылған сара. Был акция мәҙәни кимәлде күтәреүгә, илһөйәрлекте көсәйтеүгә тәғәйенләнгән. Этнографик диктант күмәк халыҡты йәлеп итеүе менән “Тоталь диктант”ты ла хәтерләтә, ләкин ул һорауҙарҙан тора һәм уларға тәҡдим ителгән яуаптарҙың дөрөҫ вариантын һайлап алыу мотлаҡ.
Был сара 2017 йылдан алып үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре ошо диктантты яҙғандан һуң бер ай үткәс билдәле була.
Автор фотоһы.