

Бөгөн, 8 ноябрҙә, Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Мостай Кәрим фондының гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте.
Байрамда халыҡ шағирының ҡыҙы – Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова, Өфө ҡалаһы ҡала округының мәғариф идаралығы начальнигы Азат Рафаил улы Батыршин, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Фонд хеҙмәткәрҙәре Нәфисә Билалова, Виктория Богушевская, Мостай Кәримдең туғаны Артур Кәримов, уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнашты.
Мостай Кәрим фонды алтынсы йыл рәттән халыҡ шағирының исемен йөрөткән гимназияның уҡыу, йәмәғәт эштәре, спорт алдынғыларын махсус грант менән билдәләй. Быйыл был юғары баһаға 11 егет һәм ҡыҙ лайыҡ булды. Улар – Азалия Ғиләзетдинова, Айһылыу Сураҡова, Булат Хиләжев, Аида Ғөбәйҙуллина, Самира Ишембаева, Марат Янбаев, Ғәлиә Ширғазина, Сәидә Ибраһимова, Инсаф Ғөзәйеров, Камила Йосопова, Мария Полюдова. Был уҡыусыларҙың барыһы ла уҡыуҙа ла, спорт өлкәһендә лә алдынғылар, республика, төбәк-ара һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа еңеүселәр булып танылған. Уларға Әлфиә Мостай ҡыҙы изге теләктәренә ҡушып, 10 мең һум күләмендәге грант һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
- Был гимназия әҙәбиәт, сәнғәт, матурлыҡ яратҡан кешеләрҙе берләштерә. Улар яҡшылыҡҡа хеҙмәт итә. Атайымдың һүҙҙәре менән әйткем килә: һәр ваҡыт шулай донъяның яҡты яғында йәшәгеҙ, - тине Әлфиә Мостай ҡыҙы үҙ сығышында. Ул шулай уҡ гимназия китапханаһына иҫтәлекле бүләк – китаптар тапшырҙы.
Сара йыр-бейеүҙәр, Мостай Кәримдең шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Айырыуса 2-се класс уҡыусыһы Сафина Сатдыҡованың сығышы һоҡландырҙы.
Грантҡа лайыҡ булған уҡыусылар менән яҡындан танышып, аралашыу форсаты ла тейҙе. Мәҫәлән, Самира Ишембаева – уҡыу алдынғыһы, профессиональ рәүештә спорт-бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә, Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары еңеүсеһе.
- Был грантҡа лайыҡ булыу – минең өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Ул артабан тағы ла тырышып уҡырға, алда торған Берҙәм дәүләт имтихандарына тырышып әҙерләнергә дәрт тә, яуаплылыҡ та өҫтәй. Үҙемдең киләсәгемде IT-өлкә менән бәйләргә ҡарар иттем, - ти тырыш ҡыҙ.
Марат Янбаев та – уҡыу алдынғыһы, физика, физик тәрбиә буйынса олимпиадалар еңеүсеһе. Ул 13 йыл – футбол, ете йыл шашка спорты менән шөғөлләнә, ҡала һәм республика бәйгеләрендә алдынғы урындар яулаған. Шулай уҡ Марат гимназияла китап клубы ойошторған.
- Гимназиябыҙ уҡыусыларын уҡыуға, ижади йәһәттән үҫешкә дәртләндереп, шундай грант булдырғандары өсөн Мостай Кәрим фонды етәкселегенә, айырыуса Әлфиә Мостай ҡыҙына ҙур рәхмәт! Беҙ киләсәктә халыҡ шағиры кеүек яҡшы кеше булырға, илебеҙгә файҙалы эштәр башҡарырға тырышырбыҙ. Үҙемә килгәндә, мин дә XI класта уҡыйым, киләсәкке һөнәремде сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшөнә ҡағылышлы итеп һайларға уйлайым, - тине егет.
Мостай Кәрим фондының грантына лайыҡ булған йәштәрҙе ҡотлап, алдағы тормоштарында уңыштар, халыҡ шағирының исеменә тап төшөрмәй йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.