

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбер итеүенсә, Дөйөм һәм урта белем биреү системаһының финанс грамоталылығы буйынса федераль методик үҙәге финанс грамотаһы педагогтарының Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы, Үҙәк банкы һәм Финанс белемен үҫтереү ассоциацияһы ҡатнашлығында йыл һайын ойошторола торған сараның киләһе бәйгеһе ике этапта уҙғарыласаҡ: төбәк этабы 2024 йылдың 25 ғинуарына саҡлы, федераль этап 2024 йылдың 26 ғинуарынан алып 05 мартына тиклем.
“Финанс грамоталылығы педагогтарының һөнәри оҫталығына Бөтә Рәсәй конкурсы илебеҙҙәге иң яҡшы һәм йоғонтоло педагогик ғәмәлдәрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелә, ул методика контентын камиллаштыра барырға ярҙам итә”, – ти Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.
2022-2023 уҡыу йылындағы конкурста Рәсәйҙең 34 төбәгенән 1 852 кеше ҡатнашты, федераль этаптағы финалға 145 педагог сыҡты һәм уларҙың 35-е еңеүсе тип танылды. Ошо еңеүселәр араһында Башҡортостандан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11-се мәктәбе уҡытыусыһы Артем Инчин да бар ине.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.