

Быйылғы йылдың декабрендә сафҡа инәсәк Вуз-ара кампустың IQ-паркында Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы сервоприводтар үҙәгенең лабораторияһы урынлашасаҡ. Лаборатория яңы сервоприводтар уйлап табасаҡ һәм уларҙы яңы ҡорамалдарҙа етештереп ҡараясаҡ. Был изделиены сифатлы итеп сериялы сығарыу мөмкинлеген тәьмин итәсәк.
Сервопривод – электр двигателе, уның валының хәрәкәте менән юғары теүәллектә идара итеп була. Өфө фән һәм технологиялар университетында сервоприводтар үҙәге булдырыу идеяһы уларға булған ҙур ихтыяж менән аңлатыла. Улар робот техникаһында, авиацияла, автомобилдәр эшләүҙә, медицинала киң ҡуланыла, әммә Рәсәй баҙарында юҡ тип әйтергә мөмкин.
Университеттың “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе коллективы был өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарҙы, баҙарҙы өйрәнеп, ярайһы уҡ тәжрибә тупланы. Ҙур һәм ентекле хеҙмәттең емеше – РФ Фән һәм юғары белем министрлығы менән сервоприводтар үҙәге төҙөү тураһында килешеү төҙөү. Был башланғысҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә.
Белешмә өсөн.
Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусын төҙөү инновациялы белем биреү мөхите булдырыу буйынса федераль программаға ярашлы башҡарыла. Ул “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре механизмдарын ҡулланып бойомға ашырыла.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru