Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Ноябрь , 18:00

Өфөлә кеше ағзаларының һәм туҡымаларының биоэквиваленты эшләнәсәк

Вуз-ара кампуста ғилми лаборатория урынлашасаҡ.

Өфөлә кеше ағзаларының һәм туҡымаларының биоэквиваленты эшләнәсәк
Өфөлә кеше ағзаларының һәм туҡымаларының биоэквиваленты эшләнәсәк

2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ вуз-ара кампустың беренсе сиратында биоинженерия һәм биопринтинг лабораторияһы урынлашасаҡ, унда Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары эшләйәсәк.

Лаборатория быйыл апрелдә вуз базаһында эшләй башлаған һәм әлеге этапта бер нисә проект, атап әйткәндә, биоинженер күҙ мөгөҙсәһен булдырыу һәм туҡыма-инженер кимерсәген булдырыу өсөн күҙәнәктәр һәм гелдәр һайлап алыу үткәрелә. Лабораторияла регенерация маҡсатында биомиметик ағзалар һәм туҡымалар булдырыла. Был төҙөлөшө һәм функциялары буйынса пациенттың туҡымаһына йәки ағзаһына оҡшаш биоэквивалент, уны тергеҙеү йәки регенерация маҡсатында ҡулланыу планлаштырыла, шулай уҡ потенциаль дарыу сараларын (драгкандидаттарҙы) һынау һәм ауырыуҙарҙың патогенезын аңлау механизмдарын өйрәнеү өсөн ҡулланыла.  

Лабораторияның эшмәкәрлеге шулай уҡ импортты алмаштырыу маҡсатын үтәй. Шулай итеп, ҡайһы бер технологиялар йәки дарыуҙар арзаныраҡҡа төшә, ҡулланыусылар ҡыйынлыҡһыҙ һатып аласаҡ.  

Лабораторияның көндәлек эше күп баҫҡыслы эксперименттар үткәреүҙән һәм IQ-парктың башҡа лабораториялары, атап әйткәндә, биомиметик ағзаның 3D-моделен булдырыу өсөн Аддитив технологиялар лабораторияһы менән үҙ-ара тығыҙ эш итеүҙән тора.

Лаборатория штатында шулай уҡ урология кафедраһы аспиранттары, магистранттар, "Биология" һөнәре буйынса уҡыған икенсе, өсөнсө курс студенттары әүҙем эшләй.  

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22265/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в