Белем һәм тәрбиә
25 Ноябрь 2023, 10:30

Өфөлә вуз-ара кампуста Спорт программалауы үҙәге асыласаҡ

СПАРКС үҙәге йыл аҙағында уҡ эшләй башларға тейеш, тип хәбәр итә ТАСС, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаровҡа һылтанма менән.

Өфөлә вуз-ара кампуста Спорт программалауы үҙәге асыласаҡӨфөлә вуз-ара кампуста Спорт программалауы үҙәге асыласаҡ
Өфөлә вуз-ара кампуста Спорт программалауы үҙәге асыласаҡ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусының беренсе сиратында Спорт программалауы, алгоритм робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге асыласаҡ.

- Бөгөн киберспорт йәштәр араһында бик популяр, СПАРКС төбәктә инновацион спорт үҙәгенә әүерелер, тип ышанам. Етмәһә был өлкәлә беҙ ғорурлана алабыҙ - егерме йылдан ашыу Өфөнән программалаусылар командалары спорт программалауы буйынса халыҡ-ара ярыштарҙың финалына даими сыға, - тип һөйләне мәғлүмәт агентлығына Вадим Захаров.

Автор: Вадим АНДРЕЕВ

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/nauka/2023-11-25/v-mezhvuzovskom-kampuse-v-ufe-otkroetsya-tsentr-sportivnogo-programmirovaniya-3537624

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас