Белем һәм тәрбиә
26 Ноябрь 2023, 17:00

Үҙҙәре себеш кеүек бәләкәс кенә!

“Бәпембә” төркөмөнә бер йәш ярымлыҡтар һәм унан өлкәнерәктәр йөрөй.

Үҙҙәре себеш кеүек бәләкәс кенә!Үҙҙәре себеш кеүек бәләкәс кенә!
Үҙҙәре себеш кеүек бәләкәс кенә!

Әсә көнө айҡанлы республикалағы төрлө ойошмаларҙа байрам саралары ойошторолдо. Ошондай уҡ байрам Әбйәлил районының “Миләшкәй” балалар баҡсаларында ла үткәрелде.

“Бәпембә” төркөмөнә бер йәш ярымлыҡтар һәм унан өлкәнерәктәр йөрөй. Бәләкәстәрҙең тәрбиәсеһе – Линара Рәхмәтуллина. Һеҙ күргән фото-видеола бәләкәс кенә ҡыҙҙар һәм малайҙар “Себештәр” бейеүен башҡара. Һары кейемдәге ҡыҙҙар һәм малайҙар, ысынлап та, себештәрҙе хәтерләтә.  “Тауыҡ”  ролендә – төркөм етәксеһе Линара Рәхмәтуллина. Әйткәндәй, ул 15 йылдан ашыу Әбйәлил районының “Йәшлек” ансамблендә бейегән.

Фото, видео авторы: Юлиә Абушахмина.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас