

Вуз-ара кампустың төҙөлөп ятҡан бинаһында углерод технологиялары үҙәген асыу планлаштырыла, унда йәш ғалимдар углерод нигеҙендә перспективалы функциональ материалдар алыу технологияларын уйлап табыу һәм индереү менән шөғөлләнәсәк. Тикшереүҙәрҙең мөһимлеге ватан сәнәғәтенең төп тармаҡтарын углерод һәм конструкция материалдары менән тәьмин итеү өлкәһендә импортты алмаштырыу кәрәклегенә бәйләнгән.
Бөгөн үк Өфө дәүләт нефть техник университетының «Углерод һәм углерод материалдары технологияларын булдырыу» проектының ғилми командаһы «Өҫтөнлөк 2030» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәүгә сит ил аналогтары менән сағыштырырлыҡ, диаметры 100 нм кәмерәк булған углерод ептәренән торған материалдың лаборатор өлгөләрен алды.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22374/