Белем һәм тәрбиә
2 Декабрь 2023, 05:00

Беҙҙең уҡытыусы Төньяҡ ҡотопҡа юллана

Унда ул иң яҡшы уҡыусыларының береһен дә алып барасаҡ.

Беҙҙең уҡытыусы Төньяҡ ҡотопҡа юлланаБеҙҙең уҡытыусы Төньяҡ ҡотопҡа юллана
Беҙҙең уҡытыусы Төньяҡ ҡотопҡа юллана

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се гимназияның тарих уҡытыусыһы Лидия Селиверстова “Атомный урок Х Ледокол знаний” педагогик конкурста еңеүгә өлгәшкән.

Ошо еңеүгә бәйле Лидия Селиверстова иң яҡшы уҡыусыларының береһе менән 2024 йылда Төньяҡ ҡотопҡа атом боҙватҡысында ғилми-мәғрифәтселек экспедицияһына юлланасаҡ.

– Лидия Вадим ҡыҙы, конкурста еңеүегеҙ менән ихлас күңәлдән ҡотлайым! Киләсәктә лә алға барыуығыҙҙы, төрлө үрҙәрҙе яулауығыҙҙы, яҡшы һәм ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар теләйем. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Илдар Мәүлетбирҙин.

Фото авторы: Лиана Хужәхмәтова.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас