Белем һәм тәрбиә
2 Декабрь 2023, 14:50

Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…

Бөгөн Мәскәүҙә юғары белем биреү өлкәһендә үҫеш биргән “Приоритет 2030” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса федераль эксперт комиссияһы эшләй. Комиссия алдында Башҡортостандың ошо программала ҡатнашҡан вуздары ректорҙары һынау тота. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдерҙе. Етәксе вуз ректорҙары менән бөгөн бергә илдең баш ҡалаһында эш сәфәре менән барған. Комиссия эше бөгөн икенсе көн дауам итә. Эш программаның икенсе йыл тормошҡа ашырылыуы буйынса ҡоролған.

Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…
Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…

“Приоритет 2030” программаһы беҙҙең университеттар үҫеше өсөн ҙур нигеҙ булып тора һәм әлеге көнгә бер нисә ҙур аҙым яһалды ла инде.

Өфө фән һәм технологиялар университеты, мәҫәлән, генетика, фотоника һәм авиатөҙөлөш өлкәһендәге асыштары менән Рәсәйҙең һәм партнер булған сит илдәренең төбәктәрен ҡыҙыҡһындырып өлгөрҙө. Университет импортты үҙебеҙҙең тауарҙарға алыштырыу буйынса маҡсатлы эшләй. Быйыл ғына ла 170-тән ашыу төр ҡорамал етештерелде.

Башҡорт дәүләт медицина университетында иһә инновацион эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бирелә һәм әүҙем рәүештә яңы технологиялар үҙләштерелә. Регенератив, күҙ һәм пластика хирургияһы буйынса медицина ҡорамалдары етештерә. Вуз нигеҙендә илдә йөрәк сирҙәрее менән көрәш өлкәһендә тәүге хелатор булдырыла.

Ә Өфө нефть техник университетында стратегик проекттарға өҫтөнлөк бирелә һәм уның ярҙамында импортты алмаштырыу уңышлы итеп тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, вуз был йәһәттән - махсус грантҡа эйә булған илдәге берҙән-бер нефть һәм газ буйынса белем биргән университет”, - тип яҙып сыҡты үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Максим Забелин.

Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…
Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…
Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…
Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…
Студент ҡына түгел, ректор ҙа һынау тота икән…
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас