Белем һәм тәрбиә
7 Декабрь 2023, 11:15

Вуз-ара кампус Өфөнөң өс урамын тоташтырасаҡ

IQ-парк бинаһының ете ҡатлы өлөшөндә биҙәкләү эштәре бара. Ғилми лабораторияларға тәғәйен бүлмәләр тикшеренеү ҡорамалын монтажлауға әҙер тиерлек. 

Вуз-ара кампус Өфөнөң өс урамын тоташтырасаҡВуз-ара кампус Өфөнөң өс урамын тоташтырасаҡ
Вуз-ара кампус Өфөнөң өс урамын тоташтырасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә һәр аҙналағыса Өфөнөң вуз-ара кампусындағы төҙөлөш эштәре барышын тикшерҙе.

Беренсе вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм вице-премьер Алан Марзаев менән берлектә төп ишек атриумында эскалаторҙарлы баҫҡыстарҙы ҡараны. Андрей Назаров дөйөм туҡланыу нөктәләренең һәм башҡа ҡуртымға алыусы предприятиеларҙың урынлашыуына, шулай уҡ уларға уңайлы шарттар булдырыуға баҫым яһаны.

IQ-парк бинаһының ете ҡатлы өлөшөндә биҙәкләү эштәре бара. Ғилми лабораторияларға тәғәйен бүлмәләр тикшеренеү ҡорамалын монтажлауға әҙер тиерлек.

- 15 декабргә генераль подрядсының тулыһынса әҙер биналарҙы тапшырыуға, ә юғары уҡыу йорттарының ҡорамалдарҙы килтереүгә һәм монтажлауға тотоноуы мотлаҡ, - тине Премьер-министр. – Рәсәй Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алыу мәсьәләһен кисә ведомство начальнигы Игорь Манылов менән тикшерҙек, был эште декабрҙә тамамларға һөйләшеп килештек.

Кампустың икенсе сираты буйынса генераль подрядсы «Эталон» компанияһы эштәрҙе дауам итә. Икенсе сират биналары йәйәүлеләрҙең төп йүнәлештәре буйынса Зәки Вәлиди урамына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының тарихи бинаһына, Туҡай һәм Карл Маркс урамдарына тоташтырыла.

Кампус проекты - 4 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән 146 мең квадрат метрға тиң биләмә. Кампус Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөлә.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас