Белем һәм тәрбиә
13 Декабрь 2023, 18:55

Вуз-ара кампуста шарттар башҡаса

Трансфер үҙәге университет стартаптарын һаҡлай

Вуз-ара  кампуста шарттар башҡасаВуз-ара  кампуста шарттар башҡаса
Вуз-ара кампуста шарттар башҡаса

Вуз-ара кампустың  IQ – паркында  Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр үҙәге стартаптарҙың интеллектуаль милкен һаҡлауҙы гарантиялай. Был турала ӨДНТУ-ның технологиялар трансферы идаралығы начальнигы, вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких һөйләне.

Йәштәрҙең технологиялар трансферы үҙәге инновацион стартаптар үҫешендә мөһим роль уйнай.Ул инновацион идеялар һәм технологиялар әйләнешендә кәрәкле звено булып тора. Үҙенең ресурстары арҡаһында технологиялар трансферы үҙәге белемгә, финанслауға юл аса. Был иһә уңышлы үҫешкә ыңғай йоғонто яһай.

 Технологияларҙы баһалау аша технологиялар трансферы үҙәге стартаптарға уларҙың коммерция потенциалын билдәләргә, баҙарҙа тормошҡа ашырыу өсөн стратегия әҙерләргә ярҙам итә.

 Вуз-ара кампустың технологиялар трансферы үҙәгендә тәжрибәле белгестәр университеттың технология стартаптарына консультация һәм эксперт ярҙамын күрһәтәсәк.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас