Белем һәм тәрбиә
16 Декабрь 2023, 06:55

Өфө вуз-ара кампусында тәүге килешеүгә ҡул ҡуйыла

“Ҡайнау нөктәе”н асыу инициативаһы менән ӨДНТУ сығыш яһаған. Ул Вуз-ара кампустың икенсе ҡатында (Зәки Вәлиди урамы, 32\2) урынлаша һәм бер нисә залдан тора.

Өфө вуз-ара кампусында тәүге килешеүгә ҡул ҡуйылаӨфө вуз-ара кампусында тәүге килешеүгә ҡул ҡуйыла
Өфө вуз-ара кампусында тәүге килешеүгә ҡул ҡуйыла

18 декабрҙә Вуз-ара Өфө кампусында “Милли технологик инициатива платформаһы” Фәндәр академияһы (Мәскәү)  менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында кампус биләмәһендә “Ҡайнау нөктәһе - Өфө” коллектив хеҙмәте киңлеге эшмәкәрлеген ойоштороу һәм үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

 - ”Ҡайнау нөктәһе” – киләсәк проекттары өҫтөндә бергәләп эшләү киңлеге ул. Бында студенттар һәм уҡытыусылар бизнесмендар, дәүләт компаниялары, власть органдары вәкилдәре менән үҙ-ара эш итә, проект командаһы йыя, үҙ проекттарын тормошҡа ашыра һәм ошоноң менән төбәкте үҫтереүгә йоғонто яһай ала, - тип һөйләне ООО “Кампус” директоры Сергей Гладких.

“Ҡайнау нөктәе”н асыу инициативаһы менән ӨДНТУ сығыш яһаған. Ул Вуз-ара кампустың икенсе ҡатында (Зәки Вәлиди урамы, 32\2) урынлаша һәм бер нисә залдан тора.

Был сара сиктәрендә “Ҡайнау нөктәһе”н журналистарға  барып күреү мөмкинлеге бар. Теркәлеү ошо һылтанма аша: https://leader-id.ru/events/476349  

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22554/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас