Белем һәм тәрбиә
18 Декабрь 2023, 10:15

“Ҡайнау нөктәһе” – ӨДНТУ-ла!

Кампуста тормош ҡайнай

“Ҡайнау нөктәһе” – ӨДНТУ-ла!“Ҡайнау нөктәһе” – ӨДНТУ-ла!
“Ҡайнау нөктәһе” – ӨДНТУ-ла!

18 декабрҙә Өфөлә вуз-ара кампуста “Милли технологиялар башланғысы платформаһы“ автономлы коммерция булмаған ойошма менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты араһында “Ҡайнау нөктәһе – Өфө” коллектив эше киңлегенең кампус биләмәһендә эшмәкәрлекте ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

- “Ҡайнау нөктәһе” – киләсәк проекттар өҫтөндә берлектәге эш киңлеге. Студенттар һәм уҡытыусылар бында эшҡыуарҙар, дәүләт компаниялары, власть органдары вәкилдәре менән үҙ-ара бәйләнештә эшләй аласаҡ. Проект командаларын туплау, проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буласаҡ. Был коллектив эшенең киңлеге, унда теләгән һәр кем бушлай сараға килә һәм уны  үткәрә аласаҡ, - ти “Кампус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Гладких.

фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас