

Бөгөн Өфөлә журналистарға вуз-ара кампус сиктәрендәге ҙур сарала ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Өфө дәүләт нефть техник университеты бинаһында “Милли технология башланғысы платформаһы” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында “Ҡайнау нөктәһе – Өфө” коллектив эше киңлеге эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ уҡыу йортонда йәштәр берләшмәләре лидерҙары менән осрашыу, оҫталыҡ дәрестәре лә мәғлүмәтле булды.
Әйтергә кәрәк, "Ҡайнау нөктәһе” – ул киләсәк проекттар өҫтөндә берлектәге эш киңлеге. Бында республиканың вуз студенттары һәм уҡытыусылар өсөн эшҡыуарҙар, дәүләт компаниялары, власть органдары вәкилдәре менән үҙ-ара бәйләнештә эшләү мөмкинлеге булдырыла. Улар үҙҙәренең идеяларын тормошҡа ашырасаҡ, проект командаларын туплаясаҡ, проекттар әҙерләйәсәк. Ошо рәүешле улар төбәктең үҫешенә йоғонто яһаясаҡ.
“Ҡайнау нөктәһе - Өфө”нө асыу башланғысы менән Өфө дәүләт техник университеты сыҡҡан.
Автор фотоһы.