Белем һәм тәрбиә
19 Декабрь 2023, 14:45

Киләсәк белемле йәштәр ҡулында

Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар һаны 150-гә тиклем артты.

Киләсәк белемле йәштәр ҡулындаКиләсәк белемле йәштәр ҡулында
Киләсәк белемле йәштәр ҡулында

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда ҙур иғтибар мәғарифҡа, фәнгә, йәштәргә бирелде.

– Ил Президентының ҡушыуы буйынса һәм федераль Хөкүмәт ярҙамында беҙҙең мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа бығаса булмаған финанслау күләменә эйә булды. Мәктәптәрҙе яңыртыуға ғына 7,6 миллиард һум йүнәлтелгән. Колледждарҙың матди-техник базаһын нығытыу өсөн “Профессионалитет” проекты сиктәрендә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, – тине ул. – 2019 йылдан 48 балалар баҡсаһы, 42 мәктәп, шул иҫәптән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 15 мәктәп төҙөнөк. 20 меңдән ашыу уҡыусы һәм 9 мең мәктәпкәсә урын булдырылды. Быйыл алты мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа индерелде, йыл аҙағынаса тағы өс мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы асыласаҡ. Федераль программа буйынса һуңғы ике йылда 140 мәктәп бинаһы ремонтланған, шуларҙың 103-ө – ауылда урынлашҡан.

Ысынлап та, әле был программа буйынса күп кенә ауыл мәктәптәре заманса төҫ ала, уңайлы, йылы була бара. Унда балаларға - шөғөлләнеү, уҡытыусыларға эшләүе бик ҡыуаныслы.

– Ауылда эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар һанын 150-гә тиклем арттырҙыҡ. “Йыл педагогы” республика конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына премиялар, колледждар өсөн 1-шәр миллион һумлыҡ 10 грант, балалар баҡсаларының иң яҡшы уҡытыусыларына 50 грант булдырҙыҡ. Уҡытыусыларға һәм мастерҙарға гранттар һаны икеләтә арттырылды, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге үҙҙәренең инновацион эшләнмәләрен производствоға тәҡдим итә. Беҙ юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың ҙур проектын тормошҡа ашырыусы тәүге төбәктәрҙең береһе булдыҡ һәм оҙаҡламай уның тәүге объектын асасаҡбыҙ. Бында заманса фәнни лабораториялар эшләй башлаясаҡ, перспективалы тикшеренеүҙәр үткәреләсәк.

Етәксе әйтеүенсә, иң яҡшы уҡыусыларыбыҙ Башҡортостан университеттарына уҡырға инһен, бында тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнһен өсөн тырышалар. Фәнгә ярҙам итеү сараларына республика бюджетынан йыл һайын 500 миллион һум йүнәлтелә. Гранттарыбыҙ ярҙамында быйыл 63 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ, 236-һы Рәсәйҙең һәм дуҫ илдәрҙең иң яҡшы вуздарында стажировка үтәсәк.

Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып “Рәсәйҙә уйлап табылған” проектын тормошҡа ашыра, унда креатив индустрия мәктәптәре, прототип үҙәктәре, инклюзив ижади лабораториялар, ҡаланың креатив киңлектәре ойошторола. Беренсе креатив индустрия мәктәбе былтыр Стәрлетамаҡта, яңыраҡ Өфөлә сәнғәт училищеһы базаһында асылды. Киләһе йылда уны Сибайҙа асасаҡтар.

– “Мәктәп туризмы” проекты һәйбәт эшләп китте. 50 меңдән ашыу бала үҙҙәре өсөн тыуған республикаһын асты, уникаль тәбиғәт, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын күрҙе. “Студенттар туризмы” проектын әҙерләү өҫтөндә уйланыу зарур, тип уйлайым. Туризм министрлығынан был мәсьәләне өйрәнеүҙәрен һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас