Белем һәм тәрбиә
25 Декабрь 2023, 08:00

Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?

27 йыл дауамында мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған конкурс быйыл иһә уҡытыусылар араһында ойошторолдо.

Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?

Ошо көндәрҙә 3-сө “Сибай” республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ижадсылар бәйгеһе үтте. 27 йыл дауамында мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған конкурс быйыл иһә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҡытыусылар араһында ойошторолдо. 

Ярыш баштан уҡ ҡыҙыу башланды: Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан тыш, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан да ҡатнашыусылар булды. Конкурсҡа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Методика, проза, поэзия һәм журналистика буйынса килгән ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары тикшерҙе. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары икенсе турға – бәйгенең финал өлөшөнә саҡырылды.

Программа үҙ эсенә “Бөйрәкәй” романы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһын, пресс-конференцияны, түңәрәк өҫтәлде һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын алды.

Төрлө номинациялар буйынса түбәндәге уҡытыусылар еңеүсе тип танылды:

Рәғиҙә Истәкова (Бөрйән районы) – журналистика
Әлиә Саматова (Белорет районы) – проза
Мөнир Иҡсанов (Учалы районы) – поэзия
Әлнисә Кәримова (Сибай ҡалаһы) – методика
Фаягөл Әмирханова (Ишембай ҡалаһы) – методика.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!

Фото һәм текст сығанағы: Зөлфиә Ҡарасова.

Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас