Белем һәм тәрбиә
31 Декабрь 2023, 15:00

Уҡытыусыларын данланы Яугилде

Был көндө яугилделәр ысын мәғәнәһендә үҙҙәренең уҡытыусыларына дан йырланы. Республикабыҙҙың төрлө ҡала-ауылдарынан Яугилде мәктәбендә ҡасандыр эшләп киткән, әле лә мәктәптә эшләп йөрөгән уҡытыусылар һәм мәктәпте тамамлап, уҡытыусы һөнәрен һайлағандар саҡырылды был осрашыуға.

Уҡытыусыларын данланы ЯугилдеУҡытыусыларын данланы Яугилде
Уҡытыусыларын данланы Яугилде

Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, "Ғафури табындары" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, мәғариф ветераны, һикһәненсе йылдарҙа мәғариф бүлеге мөдире булған Мансур Шәһиҙулла улы Хөснийәров, ауылдашыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың ҡатнашыуы кисәбеҙгә мәртәбә өҫтәне.

Сара Яугилде ауылы гимнына әйләнгән “Яугилдем” йыры менән башланып, Ғафури районы гимны менән тамамланды. Осрашыу барышында уҡытыусыларға бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтелде. Оло быуын ветеран уҡытыусылар, район һәм сит район мәктәптәрендә уҡытып йөрөгән йәштәр мәктәптә уҡыған һәм Яугилде мәктәбендә эшләгән йылдарын хәтерләп, бер-береһе менән аралашты. Сарала ҡатнашыусы уҡытыусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенең, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән был сара йәш быуында изге һөнәр эйәләренә ҡарата ихтирам, иғтибар тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Лилиә МИНИЯЗОВА,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас