Белем һәм тәрбиә
9 Ғинуар 2024, 11:05

Белоретта яңыртылған мәктәп асылды

Унда видеобәйләнеш тәртибендә Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. 

Белоретта яңыртылған мәктәп асылдыБелоретта яңыртылған мәктәп асылды
Белоретта яңыртылған мәктәп асылды

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Белорет ҡалаһының 8-се яңыртылған урта дөйөм белем биреү мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Төҙөкләндереү эштәрен 2021 йылда төбәк етәксеһенең 2018 йылдың декабрендә Белоретҡа эш сәфәре барышында бирелгән йөкләмәһе буйынса башлағайнылар. Быға тиклем мәктәп иҫке корпустың авария хәлендә булыуы сәбәпле өс йыл эшләмәгән. Ә балалар, 500-ҙән ашыу кеше, күрше белем биреү учреждениеһында – 18-се ҡала урта дөйөм белем биреү мәктәбендә шөғөлләнде.

Проект ике этапта тормошҡа ашырыла. Беренсеһендә төп бина яңыртылды һәм эргә-тирәһе төҙөкләндерелде. Был эштәр 2023 йылдың аҙағына тамамланған. Учреждение һыйҙырышлығы 800 уҡыусыға тиклем артҡан. Икенсе этап 2024 йылда физкультура-сәләмәтләндереү зонаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 ноябрҙә Радий Хәбировтың тура бәйләнеше барышында уҡыусыларҙың ата-әсәләр активы төбәк етәксеһен белем биреү учреждениеһын асыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм 8-се мәктәп уҡытыусыларын дәрестәрҙең башланыуы менән ҡотланы.

– Белорет ҡалаһына барғанда урындағы халыҡ, был мәктәпте төҙөкләндерерҙәрме, тип һорағайны. Беҙ шундай ҡарар ҡабул иттек һәм уҙған йылдың аҙағында эште тамамланыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы, бөтә балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен был күңелле ваҡиға менән ҡотлайым. Мәктәпте ремонтлаған төҙөүселәргә рәхмәт. Ул матур һәм күркәм килеп сыҡҡан. Һеҙгә уңыштар теләйем. Хәйерле сәғәттә!

Белорет районы башлығы Андрей Иванюта видеобәйләнеш буйынса республиканың идара итеү командаһына рәхмәт әйтте һәм яңыртылған мәктәп муниципалитет биләмәһендә иң замансаһы булыуын билдәләне.

– Реконструкция учреждениеға яңы ғүмер бирҙе, – тине Андрей Иванюта. – Ошо мөһим ҡарар һәм проектҡа ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы.

8-се мәктәп директоры Татьяна Нужина уҡытыусылар коллективы, ата-әсәләр һәм уҡыусылар исеменән төбәк етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас