Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының технологиялар трансферы үҙәге декарбонизация технологиялары йәрминкәһен үткәрҙе, унда коммерция компаниялары, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары, урындағы үҙидара һәм власть органдары, венчур фондтары үҙҙәренең йәштәр стартап-проекттарын тәҡдим итә алды.
Йәрминкәне ойоштороусы булып Рәсәй экология йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе ярҙамында Өфө дәүләт нефть техник университеты сығыш яһаны.
Декарбонизация - Рәсәйҙең стратегик милли проекты. Ил Хөкүмәте 2050 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын һәм Рәсәй Федерацияһының Климат доктринаһын раҫланы.
Декарбонизация технологиялары Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусын стратегик үҫтереү программаһына инә һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһына ярашлы Өфө дәүләт нефть техник университетының 2030 йылға тиклемге стратегик үҫеш йүнәлештәренең береһе булып тора.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22706/