– Атай, мин һаман 18 кило ул...
– Мин дә 28-гә төшә алмайым...
– Ярай, борсолмағыҙ. Ауылда өләсәйегеҙ мунса яҡты, алып барып сабындырып алһам, бик тиҙ нормаға килерһегеҙ.
Көрәш буйынса Рәсәй, донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдиновтың улдары Ислам һәм Имран менән һөйләшеүенән был. Билдәле спортсы малайҙарын сираттағы ярышҡа алып китергә әҙерләй. Ул арала йома намаҙына инеп сығасаҡ. Заманса ҡарашлы, рухлы, әүҙем милләттәшебеҙҙең тормошо менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
– Айгиз, һеҙ әле ҡайҙа ярышҡа йыйынаһығыҙ? Ниңә тотош ғаиләгеҙ менән?
– Татарстандың Зәй һәм Түбәнге Кама ҡалаларына юлланабыҙ. Улдарым шундағы Рәсәй турнирында ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә тормошо ярыш майҙаны һымаҡ ул: йортобоҙ ихатаһында ла, спорт залында ла өҙлөкһөҙ күнекмәләр үтәбеҙ, аҙна һайын ҡайҙалыр көсөбөҙҙө һынап ҡайтабыҙ. Һәм гел бергәбеҙ – балаларыбыҙ бер-береһенән күреп, өйрәнеп үҫһен, тибеҙ.
Ул-ҡыҙҙарым менән таныштырып үтәйем. Өлкәне Исламға – һигеҙ, уға етәге Мәҙинәгә ете йәш. Икеһе лә Ҡырғыҙ-Миәкәнең 1-се мәктәбендә 2-се “А” класында белем ала. Аралары йәш тә ике ай ғына, шуға бергә уҡыһындар, тинек. Бер-береһен яҡлашып, ярҙамлашып йөрөһөндәр. Өсөнсө балабыҙ Имранға иһә – биш, бәләкәйебеҙ Мәрйәмгә ике йәш. Үҙем спорт мәктәбендә тренермын. Шулай уҡ ошо район үҙәгендә бер залды ҡуртымға алып, көрәш буйынса күнекмәләр үткәрәм. Унда балалар ҙа, ир-егеттәр ҙә күпләп шөғөлләнә. Ҡатыным Роза иһә спорт залында аҙнаһына ике мәртәбә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күнекмәләр уҙғара.
– Хәләл ефетегеҙ – ошо Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылы ҡыҙы. Ә һеҙ – Мәсетле егете. Ҡайҙа таныштығыҙ?
– Беҙҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы осраштырҙы. Мин ундағы физкультура техникумында уҡыным. Күмәк йәштәр менән бергә киске бейеүҙәргә йөрөгән саҡ. Шунда киленегеҙ миңә күҙ ҡыҫҡандыр инде...
Дуҫлашып йөрөй башлағас, ял көндәрендә Миәкәгә бергәләп ҡайтыр булып киттек (Мәсетле бигерәк алыҫ бит инде). Ҡәйнәм Ҡаран-Ҡунҡаҫта йәшәй, уға йорт, ихата эштәрендә кинәнеп ярҙам итеп, танһыҡ ауыл тормошонан, һауаһынан көс, дәрт алып кире ҡалаға юлланыр инек. Оҙаҡламай өйләнештек. Ул ваҡытта икебеҙ ҙә дин юлына ыңғайлаған, мәсеткә йөрөй инек. Ҡатыным, ғөмүмән, электән мосолман ҡағиҙәләрен тотоп йәшәгән иманлы нәҫелдән. Бергәләп намаҙ уҡый, ураҙа тота башланыҡ.
Айыҡ туй үткәрҙек. Табынға ҡымыҙ, хәләл ризыҡтар ғына ҡуйылғас, ғаилә байрамыбыҙ ныҡ матур ҙа, күңелле лә уҙҙы. Республикабыҙҙа тәүге айыҡ туйҙарҙың береһе булғандыр ул. Әлбиттә, күптәр быны ҡырағай күренеш кеүек ҡабул итте, аптыраңҡырап ҡараны. Саҡырылғандар араһында килмәгәндәр ҙә булғандыр. Әммә, төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, күркәм ғәмәлебеҙҙән кинәнес кисерҙек. Күптәргә өлгө күрһәттек. Хәҙер инде, әл-хәмдү лил-ләһ, үҙебеҙ айыҡ туйҙарҙа йыш ҡатнашабыҙ, гел һөйөнөп ҡайтабыҙ.
– Айгиз, һеҙҙең көслө, билдәле нәҫелдән икәнегеҙҙе беләбеҙ. Бала саҡта ниндәй тәрбиә алып үҫтегеҙ?
– Эйе, мин Мәсетле районының Һөләймән ауылынан, Зәйнетдиновтар нәҫеленән. Виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр ағайым – атайымдың бер туған ҡустыһы. Улар 11 бала үҫкән. Йырсы Заһир Зәйнетдинов – ике туған ҡустым. Беҙ бергә көрәшеп үҫтек. Заһирҙың атаһы ла, Миңлеғәфүр ағайым да – спорт мастерҙары. Бындай көрәш сәме, рух – ҡартатайымдандыр. Ул – Миңләхмәт Зәйнетдинов – әле 93 йәштә. Заманында данлыҡлы колхозсы булған, урындағы хужалыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән баһадир ир-уҙаман. Милли көрәште, мине ныҡ ярата, уңыштарым өсөн ихлас һөйөнә. Янына ҡайтҡан һайын оҙаҡ һөйләшеп ултырабыҙ. Бәләкәй саҡтан уҡ көрәш менән шөғөлләнгәндә ҡартатайым тәжрибәһе менән дә, һүҙ аша ла ныҡ ярҙам итә торғайны.
Атайым менән әсәйем дә беҙҙе, өс балаһын, тән һәм йән сәләмәтлегенә ынтылдырып үҫтерҙе. Бәләкәй генә саҡтан атҡа мендем. Урман-ҡырҙар гиҙеп, ғүмер буйы һыбай йөрөрмөн, ауылда йәшәрмен, тип күҙ алдына килтерә инем алдағы яҙмышымды. Атайым ныҡ көслө кеше булды. Барыһын да үҙ тырышлығы менән тапты. Уға эйәреп йөрөп, ауыл ирҙәренең бөтөн эштәрен өйрәнеп үҫтем. Ҡыштарын кешеләргә урмандан ат санаһына утын тейәп ташый торғайныҡ. Көрткә сума-сума ботаҡтарҙы һөйрәшеп йөрөр инем. Бәләкәй генә саҡтан шулай эшкә егелеү, ныҡышмаллыҡ спортҡа юл ярғандыр. Көрәш менән, минеңсә, һуңыраҡ – алтынсы класс тирәһендә, шөғөлләнә башланым. Таң менән торам да, кирза итектәрҙе кейеп, алыҫтан күренгән берәй ағасты тоҫмаллап, шуға барып етергә маҡсат ҡуйып, ваҡытты билдәләп, йүгерергә сығып китәм. Унан ҡайтып йыуынам да дәрескә китәм. Турникта ҡалҡыныуға ла ныҡ етди ҡараным, һәлкәүлеккә бирелмәнем. Устарым ярылып бөтә торғайны. Шулай ҙур спортҡа үҙемде үҙем әҙерләнем. Барыһы ла – тырышлығымдан, яҡындарымдың, туғандарымдың дәртләндереп тороуынан, ышанысынан. Ә башҡа яҡтан, үкенескә күрә, ярҙам булманы, минән юғары һөҙөмтә көтмәй инеләр. Махсус шөғөлләнмәгән кеше әллә ни ҡыйрата алмаҫ, тигәндәрҙер...
Мин армиянан ҡайтҡансы атайым баҡыйлыҡҡа күсте. Их, иҫән булһа, барлыҡ ярыштарға үҙем менән алып йөрөр, еңеп ҡыуандырыр инем үҙен!.. Әсәйем дә яҡты донъяла юҡ инде хәҙер: коронавирус сәбәпле ғүмере өҙөлдө. Матурлыҡты, тәбиғәтте яратҡан, донъяһын сәскәгә күмеп йәшәгән ҡәҙерле кешемдең йорт-ихатаһына, баҡсаһына үткән бер кеше хайран ҡалыр ине. Ерҙең һулышын, йылыһын тойорға өйрәнегеҙ, тип ҡый утағанда бирсәткә лә кейҙермәй торғайны ул...
– Ә һеҙ балаларығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ?
– Ҡаныбыҙға һалынған оло тойғо – балаларға ҡарата сикһеҙ һөйөү. Ул яратыу ғына түгел, ә киләсәген ҡайғыртыу, йән, тән сәләмәтлеген хәстәрләү. Динебеҙҙә лә, билдәле булыуынса, быға ҙур иғтибар бирелә. Беҙ ҡатыным менән балаларыбыҙҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Иң мөһиме – иманлы булһындар. Уҡыуҙағы өлгәштәрен даими күҙәтәбеҙ, ярҙам итәбеҙ. Мәлендә уятыу, ашатыу, йоҡларға һалыу ҙа көндәлек тәртипкә ингән. Спорт күнекмәләре билдәләнгән теүәл ваҡытта үтергә тейеш. Хәҙер, ҡыш башланғас, саңғылар ҙа “эшкә егеләсәк”. Саф һауала йөрөп, сынығып үҫһендәр, тип балаларымды, буран булһа ла, алып сығып китәм. Буш ваҡыттары булмаһын, эшһеҙ ултырмаһындар.
Алда әйткәнемсә, аҙна һайын ярыштарға йөрөйбөҙ. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй буйлап та. Улдарыбыҙҙың хәҙер инде байтаҡ ҡаҙаныштары бар. Өлкәне Ислам, мәҫәлән, былтыр, ете йәшендә, турникта 500 мәртәбә күтәрелеп әйләнеп, донъя рекорды ҡуйҙы. Имрандың һөҙөмтәһе иһә 250 булды. Ул, әлбиттә, был ҡаҙанышында туҡтап ҡалмаясаҡ, ағаһына етергә тырышасаҡ.
Ғаиләбеҙ менән район үҙәгенә күсеүебеҙгә ике генә йыл әле. Уға тиклем Ҡаран-Ҡунҡаҫта йәшәнек. Ихатабыҙҙа ҙур спорт комплексы булды – үҙем төҙөгәйнем. Тотош ауыл балалары беҙгә килеп шөғөлләнде. Үҙем дә барлыҡ ярыштарға шунда әҙерләнә инем. Бер мәл Миәкә районы исеменән сираттағы турнирға – Һарытауға сығыш яһарға барҙым. Абсолют еңеүсе булып ҡайттым. Район хакимиәте башлығы Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғановтың күрһәтмәһе буйынса миңә шунда уҡ премия яҙҙылар, бер аҙҙан Ҡырғыҙ-Миәкәлә ҙур йорт та төҙөп бирҙеләр. Шулай ауылдан бында күсеп килдек. Ғөмүмән, район хакимиәте һәр саҡ ҡеүәтләп, ярҙам итеп тора. Мин иһә ярыштарҙа Миәкәне данларға тырышам, Аллаға шөкөр, еңеүһеҙ ҡайтҡаным юҡ. Район балаларын да бар хәлемсә күтәрәсәкмен, көрәш буйынса чемпиондар үҫер, тип ышанам.
– Һеҙҙең спорт залында әле нисә бала шөғөлләнә?
– Алтмыштан ашыу. Бер ниндәй реклама ла бирмәнек, балалар бер-береһенән күреп килде. Район үҙәгенә күсергә йыйынғас, тәүҙә аптыраңҡырап ҡалғайным: ауылда ихатабыҙҙа уҡ спорт комплексы бар бит инде, сығаһың да шөғөлләнәһең. Ә бында? Бер нигә ҡарамаҫтан, күнекмәләрҙе туҡтатырға ярамай, шуға район үҙәгендә тиҙ арала спорт залы табырға тура килде. Үҙебеҙҙең мосолман ҡәрҙәш – Салауат ағай Хәлиловҡа рәхмәт: ҡуртымға урын бирҙе. Күнекмәләргә балалар ҙа, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа тиҙ йыйылды.
Ҡайһы бер ата-әсә спорт менән шөғөлләнгән ул-ҡыҙҙарынан тиҙ генә уңыш көтә. Бер нәмә лә тиҙ булмай, барыһы ла яйлап килер, иң мөһиме – балаларығыҙ телефондан, компьютерҙан айырыла алмай ултырмай, тип аңлатыу эштәре алып барам. Былай ҙа, әле ике йыл ғына шөғөлләнһәк тә, байтаҡ уңыштарыбыҙ бар. Тәрбиәләнеүселәрем ҡайҙа ғына барһа ла, еңеп, призлы урын алып ҡайта. Ярыштарға һәр береһен йөрөтөргә тырышам. Кире осраҡта, дәрттәре һүнә – быға юл ҡуйырға ярамай. Тормоштағы кеүек, еңеүгә өлгәштеңме, йәки уңышһыҙлыҡҡа тарыныңмы, бер нигә лә ҡарамайынса, алға барырға кәрәк. Тимәк, күнекмәләрҙе туҡтатмау мөһим. Һәр балаға, ата-әсәгә ошоно аңлатырға тырышам. Был йәһәттән үҙемдең ул-ҡыҙҙарым – ҙур өлгө. Уларҙың береһе лә күнекмәләрҙе ҡалдырмай. Ана, ике йәшлек Мәрйәмебеҙ ҙә иң бәләкәйҙәр араһында буталанып йөрөй.
– Күреүемсә, барыһы ла һеҙҙе хөрмәт итә. “Әс-сәләмү ғәләйкүм, Айгиз ағай!” – тип һаулыҡ һорашалар – үҙегеҙ шулай өйрәттегеҙме?
– Дин юлында булғас, үҙем шулай күрешәм. Балалар минән күреп өйрәнә. Араларында төрлө милләт вәкилдәре бар, күбеһенең шулай “әс-сәләмү ғәләйкүм” тип һаулыҡ һорашыуын үҙемә генә түгел, ә тотош башҡорт, мосолман халҡына ҡарата хөрмәт тип ҡабул итәм. Күнекмәләргә йөрөгәндәрҙең ҡайһы берҙәре, минән күрептер, мәсеткә лә бара башланы, әл-хәмдү лил-ләһ. Залда спорт менән шөғөлләнгәндә, әлбиттә, тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бүләм. Алама һүҙҙәр ишетһәм, тыям, ололарҙы хөрмәт итергә, әйткәндәрен тыңларға өйрәтәм. Күнекмәләргә йөрөгән балалар өсөн төрлө байрамдар ҙа уҙғарабыҙ. Ҡатыным Роза бешеренеүгә, ойоштороу эштәренә бик оҫта – барыһын да матур итеп үткәрә. Көҙ балаларға емеш-еләк, ҡарбуз өләшәбеҙ. Ғөмүмән, йәш спортсыларыбыҙҙы һәр саҡ дәртләндереп торабыҙ, улар гелән иғтибар үҙәгендә. Барыһынан да, иншаллаһ, киләсәктә юғары һөҙөмтәләр көтәм. Көрәш алып бәреү генә түгел, ә дәғүәсеңә ҡарата ихтирам да; иң тәүҙә үҙеңде ең – еңелмәҫһең – ошо һабаҡтарҙы онотмаҫтар тип ышанам.
– Тағы ла ниндәй теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ бар?
– Мин әле үтә йәш, хыялдарым күп. Мәҫәлән, Яр Саллы ҡалаһында йыл да мосолмандар араһында ҙур ярыш үтә, мин унда бер тапҡыр призер булдым, үҙ категориямда ике мәртәбә еңдем. Еңеүселәрҙең береһенә хажға юллама бирелә. Әлегә миңә эләккәне юҡ, шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйем, артабан да ҡатнашасаҡмын.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер мәл районға килгәндә минең менән һөйләшеп, “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәйне. Шул ниәтте тормошҡа ашырыу теләгем ҙур. Йәнә, Алла бирһә, ат тоторға, балаларҙы һыбай йөрөргә өйрәтергә уйым бар. Башҡорт ғаиләләре милли, дини асылын һаҡлаһын, ишле булһын, тип теләйем гел: көс – күмәклектә. Иншаллаһ, балаларҙы аяҡҡа баҫтырғас, ҡатыным менән Мәсетлегә ҡайтып йәшәрбеҙ тип тә хыялланып алам. Теләктәр бик күп. Улар тормошҡа ашһын өсөн нигеҙ бөгөн һалына.
Фотоларҙа: 1. Зәйнетдиновтар ғаиләһе. 2. Спорт залында шөғөлләнгән балалар менән. 3. Айгиз Зәйнетдинов улдары Ислам һәм Имран менән. 4. Балаларҙың ҡаҙаныштары сағылышы.
Автор фотолары.
Миәкә районы.