“Бөгөн быйылғы йылда беренсе тапҡыр ”Фән сәғәте”н үткәрҙек. Юғары уҡыу йорттары һәм Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге ойошмалары, Башҡортостандың Фәнни-белем биреү үҙәге идара компанияһы менән берлектә башҡарылғанға йомғаҡ яһалды һәм артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса план төҙөлдө.
2024 йылға бай йөкмәткеле фәнни-белем биреү программаһын планлаштырабыҙ – башланған проекттарҙы камиллаштырабыҙ һәм яңыларын ебәрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – фәнгә ылыҡҡан йәштәрҙең потенциалын нығыраҡ асыу. Йәш таланттарҙың ҡыйыу идеялары ярҙамында ғына беҙ илгә мөһим булған технологик суверенитетты яулай алабыҙ.
Беҙҙең республиканың фәнни-технологик ҡеүәтен үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе –Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге ҡатнашыусыларын алдынғы фәнни үҙәктәр менән партнерлыҡ аша көслөләндереү.
Бөгөн шулай уҡ “Курчатов институты” Милли тикшеренеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһын тикшерҙек. Беҙҙең фәнни-белем биреү ойошмаларының юғары потенциалы, алдынғы фәнни үҙәктәр менән берлектә,”Быйылғы беренсе “Фән сәғәте” иң амбициоз проекттарҙы ла тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк. Алға барабыҙ!” тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.