Бөгөн Хәйбулла районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында булды. Төбәк етәксеһе уҡытыу кластарын һәм оҫтаханаларҙы ҡараны, шулай уҡ учреждение етәкселеге менән уны яңыртыу пландарын тикшерҙе.
Колледж башлыса тау сеймалын табыу тармағы өсөн белгестәр әҙерләй. Быйылғы уҡыу йылында уҡыу йортона 599 студент, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 74 кеше килгән. Улар ер аҫты ятҡылыҡтарын эшкәртеү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, электротехник ҡорамалдарҙы файҙаланыу, асыҡ тау эштәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте белгеслектәре буйынса белем ала.
Уҡыу йортонда шулай уҡ Санкт-Петербургта Тау училищеһын ойоштороу инициаторы, Башҡортостан мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың музейы эшләй.
Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмилә Туҡбаева уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күп кенә тармаҡ производстволарында талап ителеүен билдәләне. Предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн 2023 йылдан алып студенттарға маркшейдер эше һәм файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарына геологик разведкаға уҡытыу алып барыла.
Бынан тыш, колледж өҫтәмә рәүештә Башҡортостандың көньяҡ райондарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләү өсөн медицина персоналы әҙерләү мөмкинлегенә эйә. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
Республика Башлығы 2025 йылда Аҡъяр тау колледжына капиталь ремонт үткәрергә ҡушты. Ә уның студент ятаҡтарын модернизациялау мәсьәләһен Урал тау-металлургия компанияһы менән килешеп эш итеү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ултырыштарының береһенә сығарасаҡтар.
– Урта һөнәри белем биреү учреждениеларының матди базаһын тәртипкә килтереү мөһим. Бында 2025 йылға килештек. Колледж ҙур һәм, асылда, муниципаль-ара статусҡа эйә булды. Иң мөһиме, беҙ төп эш биреүселәр, шул иҫәптән Урал тау-металлургия компанияһы менән дә диалог алып барабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ мин Мәғариф министрлығына төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә учреждениела кесе һәм урта медицина персоналын – фельдшерҙарҙы, шәфҡәт туташтарын әҙерләү мәсьәләһен өйрәнергә ҡуштым. Республика матди база булдырырға ярҙам итәсәк, ә колледж уҡытыусылар саҡырасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.